Ҡалала ғына түгел, район үҙәктәрендә лә яңы сауҙа селтәрҙәре ямғырҙан һуң бәшмәкме ни, әленән-әле асылып ҡына тора. Аҡсаң булһа, күңелең ни теләй, шуны һатып алырға мөмкин.
Эксперттар әйтеүенсә, Европала супермаркетҡа үҙенә киткән сығымды аҡлар өсөн 10 йыл кәрәк, ә Рәсәйҙә, йыл ярым ваҡыт та етә. Сәбәбе нимәлә? Сере ябай: тауарҙы етештереүсенән һатып алыу һәм уны магазинда һатыу хаҡы араһындағы айырма, йәғни сауҙа ҡуйған өҫтәмә хаҡ, Рәсәйҙә сит илдәр менән сағыштырғанда, унар тапҡыр юғарыраҡ икән. Уларҙа уртаса - 10-12 процент булһа, беҙҙә - 100-150 процент! Беҙҙәге ҡайһы бер сауҙа селтәрҙәре аҙыҡ-түлек, тауарға етештереүселәр ҡуйған хаҡты 100 генә түгел, хатта 300 процентҡа тиклем арттыра икән! Шулай булғас, иң эре сауҙа селтәрҙәренең йыллыҡ әйләнеше 1,5 триллион һумға тиклем етә. Сауҙа селтәрҙәре етәкселәре бына шулай еңел килгән табышын сит илдәрҙәге иҫәптәргә сығара бара. Ә шул ваҡытта ябай һатып алыусылар тиндәрен һанай...
Магазинда артыҡ аҡса ҡалдырмайым тиһәгеҙ, бер нисә ҡағиҙәне иҫтә тоторға кәрәк:
► беренсенән, күҙгә бәрелеп тормаған кәштәләргә иғтибар итегеҙ. Ғәҙәттә унда, алда булғандарға ҡарағанда, арзаныраҡ тауарҙар ҡуйыла;
► икенсенән, мөмкинлегегеҙ булһа, смартфонға магазиндарҙағы тауар хаҡтарын билдәләүсе махсус ҡушымталар ҡуйығыҙ һәм хаҡтарын сағыштырығыҙ. Ҡайһы супермаркет отошло икәнлеген шулай белергә мөмкин;
► өсөнсөнән, интернет-магазин хаҡтарын тикшерегеҙ. Кәрәкле тауарҙың унда осһоҙораҡ булыуы ихтимал.
Ә һеҙ беләһегеҙме?
Беҙҙең илдә киң таралған сауҙа селтәрҙәренең күбеһе сит илдә рәсми теркәлгән:
“Ашан” - Францияла, “Пятёрочка”, “Перекрёсток”, “Мир продуктов”, “Семья”, “Карусель”, “Копейка” - Нидерландтарҙа; “Магнит” - Кипрҙа, “Метро” - Германияла, “Лента” - Виргин утрауҙарында.