«Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәү «Өфөнефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эске сәбәптәренә бәйле. Был – кредит түләү һәм ағымдағы эшмәкәрлекте дауам итеү өсөн төп материалдар һатып алыу. Шул сәбәпле эшселәр алдында сентябрь-октябрь айҙары өсөн бурыс барлыҡҡа килде. Ике-өс аҙнала бурысты түләрбеҙ, предприятиеның финанс хәле тотороҡланыр», — тип «Өфөнефтемаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Ғәлиуллиндың
һүҙҙәрен килтерә bash.news.