ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2019, 21:27

Күршең менән нисек йәшәйһең?

Гәзиткә яҙылыу барышында районға йыш сығырға тура килә. Халыҡты өгөтләү бик еңелдән булмаһа ла, һәр йортҡа инеп, ауыл хеҙмәтсәндәренең, пенсионерҙарҙың, йәштәрҙең йәшәйеше менән танышыу, уларҙың тын алышын тойоу журналист өсөн бик һәйбәт, тип уйлайым.

Гәзиткә яҙылыу барышында районға йыш сығырға тура килә. Халыҡты өгөтләү бик еңелдән булмаһа ла, һәр йортҡа инеп, ауыл хеҙмәтсәндәренең, пенсионерҙарҙың, йәштәрҙең йәшәйеше менән танышыу, уларҙың тын алышын тойоу журналист өсөн бик һәйбәт, тип уйлайым. Төрлө ғаиләләр, борсоған көнүҙәк проблемалар менән күҙмә-күҙ осрашаһың. Бөгөнгө шарттарҙа юғалып ҡалмай, бына тигән донъя көткәндәргә һоҡланаһың. Ғибрәт алған күренештәр ҙә күп.

Бер ауылдан, ике күршенең әрләшкән ваҡытына тура килеп, кәйефем ҡырылып ҡайттым. Оло ғауғаның шаһиты булғанға бер уңайһыҙланһам, күрмәмеш булып сығып китеү икеләтә ҡыйын ине. Һуғышыуға тиклем барып етмәһәләр ҙә, ике яҡтан да зәһәр һүҙҙәр яңғыраны. Сәбәбе, әлбиттә, береһенең һыйыры икенсеһенең ҡура артындағы бесәнен ашауҙа ғына түгел ине. Үҙ-ара ыҙғыш байтаҡ йылдар дауам итә.

Ике йорт бер-береһенә һыйынып ҡына ултыра. Араларында ҡасандыр ел ҡапҡаһы ла булған. Тик уны сырмалтып, ғүмерҙә лә һүтеп булмаҫлыҡ итеп тимер сыбыҡ менән бәйләп ҡуйыуҙарынан уҡ күршеләрҙең бер-береһенә инмәүен аңларға була ине.

Бер-береһенә ялыу яҙышып, олоғайған көндәрендә хатта судҡа тиклем барып еткәндәр. Ауылдаштары әйтеүенсә, йәш саҡтарында бик татыу йәшәгәндәр. Береһенең ире - балыҡсы, икенсеһенеке һунарсы булып, табыштарын уртаҡлашып, йорт эштәрендә ярҙамлашып, береһе яҡҡан мунсаға икенсеһе йөрөп, бик татыу йәшәгән булған.

Береһе йорт яңыртҡас ҡына араларынан ҡара бесәй үткән. “Тейешле сиктән үткән” тип, буралып бөткән өйҙө һүттертеү менән дә тынысланмағандар. Ике күрше араһында ыҙғыш судҡа тиклем барып еткән.

“Хәҙер тораҡ пункттарҙан килгән ялыуҙарҙың күбеһе күршеһенә зарланыуға бәйле”, - тип күптән түгел ауыл биләмәһе хакимиәтендә эшләгән бер хеҙмәткәр аптырап һөйләп торғайны.

Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы” әйтеме Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙисенә ҡайтып ҡала. Пәйғәмбәребеҙ күрше менән татыу йәшәргә, уны рәнйетмәҫкә, киреһенсә, тик яҡшылыҡ күрһәтергә өндәгән.

“Йорт һатып алма, күрше һатып ал” тигән хатта боронғолар.

Изге күңелле кеше күршеһенә һәр ваҡыт яҡшы мөнәсәбәттә була. Ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлаша.

Күршең һәйбәт булһа, ишегеңә асҡыс та кәрәкмәй. Йорт-хужалыҡ эштәрең дә ҡулалмаш эшләнә, балаларың да ҡараулы. Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, шөкөр, күршеләрҙән гел уңдым.

Ә һеҙҙең күршегеҙ нисек?
Читайте нас: