ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2019, 14:37

Кем нимәнән ҡурҡа - алдына шул килә

Ә ағас ағас булып ҡалған... Кешеләрҙең нимәнән ҡурҡҡанына ғына түгел, ә уларҙың нимә менән йәшәүенә шаһит булып ултырған да ултырған. Беҙҙең ҡурҡыуҙарыбыҙ – үҙебеҙҙең сағылыш, ә уратып алған донъябыҙ - үҙебеҙ булдырған донъя бит ул...

Юлдан йыраҡ түгел ҡалҡыуыраҡ бер урында ҡороған ағас ултырған.

Көндәрҙән бер көндө ҡояш байып, һиллек урынлашҡас, бер уғры, елкәһенә тоғон аҫып, алан-йолан ҡарана-ҡарана китеп барған. Юл буйындағы ағасты күреп, уны полицейский тип уйлаған һәм тоғон бәреп, ҡасып киткән.

Ошо ваҡыт балаһын йөкмәгән бер ҡатын юлға сыҡҡан. Бала ботаҡтары тарбайып ултырған ағасты ен тип күргән һәм ҡысҡырып илап, әсәһенә һыйынған.

Ә ҡыҙын көткән егет һөйгәне менән бутаған һәм ҡыуанысы эсенә һыймай, ағасҡа табан аҙымын шәбәйткән.

Әммә ағас ағас булып ҡалған. Кешеләрҙең нимәнән ҡурҡҡанына ғына түгел, ә уларҙың нимә менән йәшәүенә шаһит булып ултырған да ултырған. Беҙҙең ҡурҡыуҙарыбыҙ – үҙебеҙҙең сағылыш, ә уратып алған донъябыҙ - үҙебеҙ булдырған донъя бит ул...
Читайте нас: