Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2019, 22:47

Үҙеңә ҡарата кешенең мөнәсәбәтен үҙгәртергә теләһәң...

Иң беренсе... уйҙарыңды үҙгәртКүптән түгел донъя психологияһы тарихында сағыу эҙ ҡалдырған инглиз психологы, психометрикаға нигеҙ һалыусы Френсис Гальтон тураһында ҡыҙыҡлы яҙмаға тап булдым.

Иң беренсе... уйҙарыңды үҙгәрт

Күптән түгел донъя психологияһы тарихында сағыу эҙ ҡалдырған инглиз психологы, психометрикаға нигеҙ һалыусы Френсис Гальтон тураһында ҡыҙыҡлы яҙмаға тап булдым.

Ул үҙе менән шундай эксперимент эшләй. Лондон урамдары буйлап йөрөргә сығыр алдынан ул үҙен шуға ышандыра: “Мин иҫ киткес насар кеше, мине Англияла береһе лә яратмай!”. Ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлай-ҡабатлай атлай. Тәү ҡарамаҡҡа тәүҙә барыһы ла ҡәҙимгесә булған һымаҡ тойола психологҡа. Ә ысынбарлыҡта иһә уны күңелһеҙ хәлдәр уратып ала.

Һәр үткән кеше уға ерәнеп, яратмай ҡарай. Ҡайһы берәүҙәр хатта унан сирҡанып, йөҙөн ситкә бора, йә әрләп китә. Порт янынан үткәндә йөк ташыусы терһәге менән этеп үтә. Бындай мөнәсәбәтте кешеләр генә түгел, хатта хайуандар ҙа күрһәтә. Егеүле ат янынан уҙғанда, уныһы Френсисты йыҡҡансы тибә. Эргәләге кешеләр уны йәлләп, ярҙамға ашығыр тип уйлаһа, киреһенсә, улар атты яҡлай башлай. Эксперимент фажиғәғә еткермәҫ борон Гальтон өйөнә ашыға.

Әлеге тикшеренеү тураһында тарих күп кенә психология буйынса дәреслектәрҙә урын алған икән.

Был шуны аңлата: әгәр ҙә донъяны танып белеүебеҙҙә, тәртибебеҙҙә һәм кешеләрҙең беҙгә ҡарата мөнәсәбәтендә нимәлер оҡшап етмәһә, уны үҙгәртергә була. Бының өсөн, иң беренсе, үҙеңдең уйҙарыңды, фекерҙәреңде, үҙгәртер кәрәк.
Читайте нас: