ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2019, 17:51

Йән аҫрарға күпме кәрәк?

Рәсәйҙең 80 проценты осон осҡа ялғап йәшәргә мәжбүр. Статистика тикшеренеүҙәр шундай һандар килтергән.

Рәсәйҙең 80 проценты осон осҡа ялғап йәшәргә мәжбүр. Статистика тикшеренеүҙәр шундай һандар килтергән.
Бөгөнгө көндә йән аҫрап йәшәр өсөн айына 60 мең һум эш хаҡы алып эшләргә кәрәк. Күп балалылар өсөн 82 мең һум тәшкил итә. Һәр дүртенсе ғаилә ҡунаҡ саҡыралмауы тураһында әйткән. 35 процент ғаиләләр иһә йыл миҙгелендә ғаилә ағзаларының бөтәһенә лә, аяҡ кейеме һатып ала алмай икән.
Һораштырыуҙарҙа ҡатнашҡан яртыһының күбеһе фатирына ремонт яһарға, мебелен алмаштырырыға аҡсаһы юҡлығын белдергән.
Вице-премьер Татьяна Голикова әйтеүенсә, Хөкүмәттә рәсәйлеләрҙең фәҡирлеге тураһында беләләр һәм был һанды кәметеү өсөн саралар күрелә.
Читайте нас: