ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2019, 21:10

Бәхетлеләр тупһаһына даға ҡаҡмай

Гүзәл затты ҡотлаған ваҡытта йыш ҡына, ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем, тигәнде ишетергә тура килә.

Гүзәл затты ҡотлаған ваҡытта йыш ҡына, ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем, тигәнде ишетергә тура килә. Был төшөнсәне һәр кем үҙенсә аңлай. Күптәр, әлбиттә, бала тәрбиәләү, әсәй булыу тиер урынға, эргәңдә ышаныслы ир булыуы, тип әйтә шулай, бит. Ғөмүмән, бәхетле булыу өсөн мотлаҡ тормошта булыу кәрәк, тигән ҡараш йәшәй йәмғиәттә. Нисек йәшәгәне мөһим түгел, яңғыҙ булмаһа - шул еткән. Дөрөҫөн әйткәндә, мин дә шулай уйлай инем. Әммә бер ҡатын менән танышып, һөйләшкәндән һуң был фекерем үҙгәрҙе.

Оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп, ире вафатынан һуң йәшлек эҙҙәрен һаҡлаған ҡалаға күсеп ҡайтҡан оло йәштәге ҡатын:

- Яңғыҙым ҡалғас ҡына бәхеттең нисек булыуын татыным. Кеше һүҙенән ҡурҡып, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмеремде холоҡһоҙ ир менән үткәрҙем. Сабырлығым өсөн Аллаһу тәғәләм ҡартайған көндә бәхет ебәрҙе, - тигәйне.

Дүрт тиҫтә йыл баҫылып ятҡандан һуң шиғырҙар ижад итә башлаған, төшөргән һүрәттәре лә уның оҫта рәссам икәнлеген күрһәтә. Картиналары сағыу, шиғыр юлдары ла - оптимистик рухта. Былар, ысынлап та, ҡатындың бәхетле икәнлеген дәлилләй.

Ғаилә бәхете тураһында боронғо аҡыл эйәләре нимә ти икән?


Ғаилә тормошонда иң мөһиме - түҙемлек. Һөйөү хисе оҙаҡ йылдарға етмәҫкә мөмкин.

(А.Чехов).
Бәхетһеҙлектән ҡурҡҡан бәхетен ҡулдан ысҡындырған.

(Башҡорт халыҡ әйтеме).
Бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш, ә бәхетһеҙҙәрҙең һәр береһе үҙенсә бәхетһеҙ.

(Л.Толстой).
Яҡшы кейәү эләкһә, тимәк, һин уллы ла булдың. Насар булып сыҡһа, ҡыҙыңды ла юғалттың тигән һүҙ.

(Демокрит).
Тормошоғоҙҙан клоундарҙы һәм артистарҙы ебәрегеҙ. Цирк гастролдә йөрөргә тейеш!

(Ф.Раневская).
Яратҡанығыҙҙы алырға тырышығыҙ, юғиһә, эләккәнен яратырға тура килер.

(Б.Шоу).
Әхлаҡлы кешенең ғаилә хәле һәр ваҡыт ҡатмарлы, әхлаҡһыҙҙың тормошонда ғына бөтәһе лә көйлө.

(Л.Толстой).
Ир-егет көнләшһә, тимәк, үҙен ныҡ ярата; ҡатын-ҡыҙ көнләшһә, үҙен үҙе яратмай.

(Г.Джермен).
Үҙең үҙгәрмәйенсә, бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай.

(М.Энде).

Читайте нас: