Бәләкәй фил балаһын нәҙек кенә еп менән тышап ҡуялар. Ул аяғы тышаулы икәнен белгәнгә күрә, тыпырсынмай, урынынан ҡуҙғалмай ғына йәшәй бирә. Шулай үҫеп етә. Әммә һаман да элекке урынынан китмәй, килтереп ашатҡанды, эсергәнде, йыуындырғанды көтә.
Кешеләр дәү кәүҙәле филдең нәҙек кенә ептән ысҡына алмай тороуына аптырай. Ә хайуан иһә унан ысҡыныу хаҡында уйлап та бирмәй!
Беҙ, кешеләр ҙә, күп ваҡыт үҙебеҙгә әллә ниндәй донъяла булмаған сиктәр ҡуйып, бығауҙарға буйһоноп йәшәйбеҙ. Шул арҡала күпме хыялдарға, маҡсаттарға хыянат итәбеҙ!
Бөгөн үк үҙегеҙ уйлап сығарған сиктәрҙе емереп, үҙегеҙҙе сырмап торған ептәрҙе алып ташлағыҙ, дуҫтар! Ирекле кеше генә уңышлы һәм бәхетле була ала. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: сиктәр бары тик беҙҙең баштарҙа ғына ул...