Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 19:19

Бурысың юҡмы? Тимәк, һин бөгөн бай!

Яңыраҡ туҡталышта шундай һөйләшеүгә шаһит булдым.

Яңыраҡ туҡталышта шундай һөйләшеүгә шаһит булдым. Бер ҡатын ғаиләһендәге күңелһеҙ ваҡиға тураһында әхирәте менән бүлеште:

- Дүрт йыл элек кесе ҡыҙым, бөтәһенең дә фатирында заманса ремонт яһалған, йыһаздары ла яңы, мин өйгә класташтарымды саҡырырға ла оялам тигәс, кредит алып булһа ла, түшәмде ремонтлап, ҡыйбатлы люстра элдем, обойҙарҙы алмаштырып, ЖК-телевизор алып ултырттым. Ремонтыбыҙ иҫкереп бөттө, ә уның буйынса тағы ике йыллыҡ бурыс бар. Бөгөн ейәнсәрем әле хаҡы түләнеп тә бөтмәгән телевизорҙы ватҡан. Ссуда алып, ремонтты яңыртҡандан алып, өйҙә тынғылыҡ бөттө тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын. Кредиттан тыш башҡа түләүҙәр ҙә бар бит, ашарына ла, кейенеренә лә кәрәк. Ай уртаһы етһә, ҡайҙан аҡса табырға тип, саба башлайым. Береһенән алам, икенсеһенә түләйем. Бурысҡа батыуымда ғәйепләп, хәҙер ҡыҙымды үҙемдән биҙҙерҙем. Был һаҙлыҡтың осо ла, ҡырыйы ла юҡ кеүек, артабан ни эшләргә?!

Әхирәте уны тынысландырырға теләптер инде:

- Бурыслы үлмәй ул, уға хатта дошманы ла иҫәнлек теләй, ти. Улай ныҡ бөтөрөнмә, хәҙер кредитһыҙ бер кем дә юҡ. Эштәгеләр, пенсия ла алаһың, эшләп тә йөрөйһөң, ни эшләп шәшке тун алып кеймәйһең, тип төртмә телләнгәс, мин дә бүлеп түләүгә тун алдым, кредитҡа машинаны яңырттыҡ, - тигән булды.

Эйе, һуңғы осорҙа үҙенең статусын күтәрер өсөн күптәр яҡындары, хеҙмәттәштәре, күршеләре менән ярыша-ярыша кредитҡа, көтәсәккә өй йыһаздары, машина, кейем алып, бурысҡа батты. Тормошоноң тышҡы яғын, кешегә күренгәнен бөтәйтһә лә, бурысҡа, өҫтәүенә ҙур процентҡа булғас, үрҙә атап кителгән ҡатындыҡы кеүек, уның эске яғы, сифаты, йөкмәткеһе, киреһенсә, зыян күрә шул. Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра, ти бит халыҡ мәҡәле лә.

Шуныһы ҡыҙғаныс, йыш ҡына был хаҡта кеше бурысҡа батҡас ҡына аңлай һәм бер кемгә бирәсәге булмаған кеше иң бәхетле тигән фекергә килә.

Ирекһеҙҙән шаһит булған һөйләшеү йәшәү мәғәнәһе тураһында ҡасандыр уҡыған һәм иҫтә ҡалған риүәйәтте иҫкә төшөрҙө:

“Бер көндө юғары уҡыу йортоноң элекке студенттары үҙҙәренең күп нәмәгә өйрәткән профессорына ҡунаҡҡа килә. Әңгәмә барышында уҡыусыларының башлыса бөгөнгө тормоштоң ауырлығы, бурыс, йәшәү мәғәнәһе тураһында һөйләшкәнен ишетеп, профессор студенттарына кофе тәҡдим итә. Хуш еҫ бөрккән эсемлек ҡойолған сынаяҡ-стакандарҙы өҫтәлгә ултыртҡас, уҡыусыларын ситтән генә күҙәтә.

Студенттарҙың береһенән-береһе алданыраҡ өлгөрөргә тырышып, фарфор сынаяҡтарға, гәлсәр бокалдарға үрелеүен күреп, телгә килә:

- Күрҙегеҙме, бөтәгеҙ ҙә пластмасса һәм ябай быяланан эшләнгән стакандарҙы ҡалдырып, матурҙарын алырға тырыштығыҙ. Тормоштоң ауырлығына зарланыуығыҙҙың, йәшәү мәғәнәһен таба алмауығыҙҙың сәбәбе шунда инде. Был күренеш бөтәгеҙҙең дә яҡшы, матур нәмәләргә эйә булырға ынтылыуығыҙҙы күрһәтте. Әммә, иң мөһиме, уның эсендәгеһе түгеме? Кофеның тәме һауыттың затлылығына бәйле түгел. Ошо миҫалда йәшәү мәғәнәһе тураһында шулай аңлатыр инем: кофе - һеҙҙең тормош, ә һауыты - аҡсаға, йәмғиәттәге урынға, дәрәжәгә ҡарата мөнәсәбәтегеҙ. Һеҙ тормошоғоҙҙа шул матур һауытҡа үрелеп, уның эсен нимә менән тултырырға онота яҙғанһығыҙ. Шуға ла тормошоғоҙ ауыр, мәғәнәһеҙ булып тойолған...
Читайте нас: