Конгэк
-5 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2019, 00:02
Ә һеҙ икенсе яртығыҙҙың нимә яратҡанын беләһегеҙме?
“Утыҙ йыл буйы икмәктең өҫтөн ашағым килде, әммә иремә бирҙем. Яҡшы ҡатын булдым, ике ул бүләк иттем, йортто тәртиптә тоттом. Мин дә, моғайын, быға лайыҡтыр”, - тип уйлаған да, иренә икмәктең аҫҡы өлөшөн һуҙған.
Ир менән ҡатын татыулыҡта, мөхәббәттә йәшәгән. Бергә йәшәүҙәренә утыҙ йыл тулған көндө ҡатыны көндәгесә икмәк бешергән. Уны арҡырыһына ҡырҡҡан да, май һылап ғәҙәттәгесә өҫкө өлөшөн - иренә, аҫтын үҙенә алырға йыйынған. Һәм ярты юлда туҡтап ҡалған.
“Утыҙ йыл буйы икмәктең өҫтөн ашағым килде, әммә иремә бирҙем. Яҡшы ҡатын булдым, ике ул бүләк иттем, йортто тәртиптә тоттом. Мин дә, моғайын, быға лайыҡтыр”, - тип уйлаған да, иренә икмәктең аҫҡы өлөшөн һуҙған.
Ире ҡаласты оло ихтирам менән ҡулына алған да: “Ниндәй ҙур бүләк эшләнең һин миңә бөгөн! Мин бәләкәй саҡтан икмәктең аҫтын, көйгәнен яраттым. Тик һәр ваҡыт тәмле өлөшөнә һин күберәк лайыҡ, тип уйланым”, - тигән.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит