Конгэк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2019, 19:06

Бергә сик ҡуяйыҡ

Байрам булғас, хәмер эсеү мотлаҡмы икән?

Яңы йыл каникулдары яҡынлаша, күптәр инде табынға ултыртыр ризыҡтарҙы барлай, ҡайһыларын алдан алып ҡуйыуҙы хуп күрә. Шул боҙолмай торғандарына иҫерткес эсемлектәр ҙә инә инде. Байрам булғас, мотлаҡ хәмер эсергә кәрәкме икән? Быны йола тип тә әйтеп булмай, нисек кенә булмаһын, ошо насар ғәҙәт совет осоронан алып ныҡлы тамыр йәйгән. Уйлап ҡараһаң, алдағы көндәреңә ниңә томан аша бағырға - асыҡ ҡараш ташлап, яңы йылды яңы аҙымдан башла. Оҙон ялда айыҡ килеш балалар менән рәхәтләнеп шөғөлләнергә, ваҡытты ғаиләгә бағышларға, туғандар, дуҫтар менән ял итергә була бит.

2019 йылдың яҙында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров, ялған алкоголь һатыуҙы «халыҡҡа ҡарата геноцид» тип атап, көрәш иғлан итте. Магазиндарҙа киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем (элек киске 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем ине) иҫерткес эсемлектәр һатырға ярамай. Хәҙер 3 ғинуарҙа республикала алкоголь һатыуҙы бөтөнләй тыйыу ҡарала. 4-6 ғинуарҙа хәмерҙе урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатырға тәҡдим ителә.

Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты иҫкә төшөрә: Башҡортостанда йәшәүселәр “Хәүефһеҙ мөхит” порталында хәмерҙе законһыҙ һатыу урындары хаҡында хәбәр итә ала. Бының өсөн мөрәжәғәт формаһын тултырырға һәм республика картаһында аныҡ нөктәне билдәләргә кәрәк.
Читайте нас: