«Бәйләнештә»ге сәхифәмдә бәхет хаҡында яҙмам бар ине, шуға комментарий итеп ул ошо смс-ты һалды. Интернеттағы таныш түгел танышымдың әсенеп яҙған хәбәренән шаңғып ҡалдым. Был хатты башҡа әсәйҙәр фәһем алһын, тип гәзиттә баҫтырыуымды һораны. Бына ул хаттың йөкмәткеһе:
« Үҙемде белә-белгәндән әсәйемде яҡын күрмәнем. Уҫаллығымдан, яуызлығымдан түгел был, үпкәмдәндер, моғайын. Мин уның рәхәтләнеп, бар күңелен асып һөйләшкәнен дә, шарҡылдап көлгәнен дә ишеткәнем булманы. Үтә ҡоро һәм ҡаты кеше ул. Мин үҙем менән көрәштем, яҡын кешемде аңларға, яратырға тырыштым.
Әсәйем үтә уңған кеше. Уңған тиеү генә аҙ ҙа кеүек, эшкә әрһеҙ, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Уға донъяла ат кеүек егелеп эшләүҙән мөһимерәк бер ни юҡ. Донъябыҙ һәр саҡ ялт итеп тора. Иҙән йыуғысыбыҙ күптәрҙең бит-ҡул һөрткән таҫтамалынан таҙараҡтыр. Күптәр мине битәрләр, беләм. Тағы ни кәрәк быға, тиерҙәр. Кәрәк икән шул. Наҙ, йылы ҡараш, күңел бөтөнлөгө кәрәк. Мин быларҙың береһен дә күрмәнем. Бала саҡтан гел эш өҫтөндә булдым. Тиҫтерҙәрем рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынғанда, мин оҙон көндәр буйы бәпкә һаҡланым, кистәрен улар йыйылышып ҡапҡа төптәрендә уйын уйнағанда, баҡса утаным, һыу ташыным, һыйыр һауҙым. Әхирәттәрем ҡултыҡлашып һөйгән егеттәре менән уйындан ҡайтҡанда, мин лампа яҡтыһында шәл бәйләнем. Ҡул ҡаушырып телевизор ҡарау ҙа беҙҙең өйҙә тыйылған нәмә ине. Әсәй шундуҡ йүгертеп килтереп йә бәйләмен тоттора, йә уны бөтөнләй һүндереп ҡуйыр булды.
Йомоҡ булып үҫтем. Башым тулы хыял булһа ла, эсем тулы ут ине. Сөнки минең кисерештәрем берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырманы. Кескәйҙән һүрәт төшөрөргә яраттым. Яҙ етеп, кәбән башы асылыу менән, ҡәләмдәремде алып, шунда менеп ултырам. Үҫкәс, архитектор булам, тип хыялланам. Тик шул әсәйҙең «бушты бушҡа ауҙарып», «эш ҡалдырып», «юҡ менән булып» тигән һүҙҙәренән бар хыялым ыуалып төшөр ине. Мәктәптәге уҡыуым да уны ҡыҙыҡһындырманы, институтҡа ла үҙем генә барып индем. Ауылдан бер аҙым сыҡмаған бала, нисек яңғыҙым уҡырға инәм, тип сығып киттем икән, тип әле булһа аптырайым. Үҙем теләгән бүлеккә һуңлағайным инде, әлеге шул әсәйҙең эшен бөтәм тип тырышып. Күңел ятмаған һөнәргә теләр-теләмәҫ кенә уҡып йөрөнөм, ауылға йылына бер-ике генә ҡайттым, әсәйҙән һыуыныуымды шунда аңланым. Институттағы уҡыуым тураһында ул бер ҡасан да һорашманы. Ә минең төрлө саҡтарым булды. Тик әсәйгә генә һыйыр серҙәрем йыйылып киткәндә лә ул мине тыңламаны. Үҙемә оҡшамаған һөнәр һайлауым иң ҙур хатам булды. Тормошта юғалып ҡалдым. Унда бәрелдем, бында төртөлдөм. Үкендем.
Шунан кейәүгә сыҡтым. Әсәйем буласаҡ иремдең кем икәнен дә һорашманы. Ә мин һаман унан кәңәш, аҡыллы һүҙҙәр көттөм.
Ғаилә тормошом да килеп сыҡманы. Ир менән йәшәүҙең дә үҙ нескәлектәре барлығын һуңлап аңланым. Мине бит ул тормошҡа, мөнәсәбәттәргә берәү ҙә әҙерләмәне. Хәҙер килеп шуны аңлайым: атайыма ундай ҡатын менән йәшәү ауыр булғандыр. Бер йылы һүҙ, яғымлы ҡараш күрмәне. Башын баҫып эшләп тик йөрөнө. Урмандан, баҫыуҙан ҡайтып инмәне. Бар ғүмерен ташҡурсаҡ менән үткәрҙе. Әсәйҙең һүҙенән сыҡманы үҙе. Көслө, ҡыйыу атайҙарға ҡыҙығып ҡараным...»
Был хат ошо урында өҙөлөп ҡалды. Яҙылғандар мине уйландырҙы. Бындай яҙмышлы (уйлап ҡараһаң, бик үк ҡурҡыныс яҙмышлы ла түгел кеүек үҙе! Таҙа өйлө, өҫ-башы бөтөн, тамағы туҡ балаға башҡа ни кәрәк, тип уйлайһың) балалар юҡ түгел арабыҙҙа, әсәйҙәргә лә, ваҡыты-ваҡыты менән үҙ холоҡтарын, ҡыланыштарын, балаларына ҡарата мөнәсәбәттәрен тәнҡит күҙлегенән үткәреп, бүтәнсәрәк һығымталар яһарға өйрәнергә кәрәктер. Беҙ бит «Әсә күңеле-балала, баланыҡы-далала», «Ожмах әсәйҙең аяҡ аҫтында» тигәндәрҙе беләбеҙ, ә сабый күңелендә ниндәйерәк уй-кисерештәр ятыуы хаҡында уйланабыҙмы? Ошо һеңлекәш ише зарлы ҡыҙҙар үҫтереп ятмайбыҙмы икән? Әсә кәңәшенә мохтаж саҡтарында, донъя мәшәҡәтенә һылтанып, уларҙан йөҙ бормайбыҙмы?
Бер нисә көндән унан тағы хәбәр килде:
«Әсәйем янына ҡайтып килдем әле. Бер йылға яҡын ҡайтҡаным юҡ ине. Тағы төңөлөп килдем. Хәйер, тәү тапҡыр ғына түгел бит инде. Күстәнәс, бүләктәремә әйләнеп тә ҡараманы. «Аҡса әрәм итеп...». Бөтә һүҙе шул булды. Ултырып иланым-иланым да, әхирәтемә барып йоҡланым. Уларҙың өйҙәре лә йыйыулы түгел, ҡул таҫтамалдары беҙҙең иҙән йыуғысынан да ҡайтыш, ә шулай ҙа рәхәт унда. Көлөшөп сәй эстек, һөйләшмәгән һүҙ ҡалманы. Барыһы ла бәхетлеләр...»
Аҙаҡҡы һөйләмен бер яҙҙы, бер юйҙы, тағы яҙҙы, тағы алып ташланы был һылыу. Тағы яҙҙы. Мин иһә, уның кисерештәрен үҙ күңелем аша үткәреп, сабыр ғына һүҙ ялғаныуын көттөм.
«Яҙығыҙ әле ошо турала, тик гәзиткә. Интернетта ултырмай минең әсәй. Бәлки, ул хатаһын таныр. Ғәфү үтенер. Үҙгәрер. Гелән берәй ҡушҡан эшен эшләмәһәң, бушҡа тапҡанмы мин һине, ти торғайны. Әйтерһең, баланы эшләтер өсөн генә табалар...»
«Тыныслан, һеңлекәш», - ашыға-ашыға ошо һүҙҙәрҙе яҙған булдым, күңеле яралы ҡыҙ баланың һөйөү көҫәгән йәнен һүҙҙәр менән генә булһа ла имләгем килде. - Әсәйеңде аңларға һәм ғәфү итергә тырыш. Әсә хаҡы бар бит!»
«Әсә хаҡы, имеш... Ә бала хаҡы бармы ошо донъяла?»
Уның был һүҙҙәренән һуң, башымдан йәшен тиҙлегендә сабыйҙарын ташлаған әсәләр, әсә йәберендә үҫкән, хатта улар ҡулынан һәләк булған балалар тураһында уйҙар үтә. Ысын әсә булмағандарҙы әсәй булған өсөн генә яратып та булмайҙыр шул...
Был ҡыҙҙың «Әсәйемде яҡын күрмәнем» тигән һүҙҙәрен аҡылым менән дә, күңелем менән дә ҡабул итмәһәм дә, тәнҡитләргә лә ашыҡмайым. Яҡынына үпкәһе ҙур уның. Шуны беләм. Әсә һөйөүендә үҫкәндәрҙең яҙмышы башҡасараҡ булыуы билдәле. Ундайҙар тормошҡа еңелерәк яраҡлаша, һирәгерәк яңылыша. Әсә һөйөүе көслөрәк, бәхетлерәк итә уларҙы.
Балаларыбыҙ менән беҙҙе, әсәйҙәрҙе бәйләп тороусы ҡылдай нескә, шул уҡ ваҡытта донъялағы иң ныҡлы хис һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәгендә һаҡланһын ине.
...Үҙем әсәй, үҙем бала мин. Ҡайһыһының хаҡы юғарыраҡ икән?