Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 22:52

Кемдең арбаһына ултырһаң... Шуның йырын йырлайһың

Дуҫлыҡ тураһында риүәйәт

Серәкәй себендән һораған:
- Яҡын тирәлә сәскә бармы ул?
- Сәскә күҙгә салынғаны юҡ. Ә бына сүп-сар, ҡый, тиреҫ, бысраҡлыҡ ҡайҙа ятҡанлығын яҡшы беләм, - тигән себен.
Серәкәй себен күрһәткән яҡҡа осҡан. Ҡаршыһына бал ҡорто осраған.
- Был тирәлә сүплек күрмәнеңме ул? – тип һораған.
- Сүп-сар ҙа, тиреҫлек тә осраманы. Был тирәлә гөл-сәскәнән башҡа бер нәмә лә күренмәй, - тип яуаплаған.
Бына ни өсөн дуҫтарҙы дөрөҫ һайларға кәрәк...
Читайте нас: