Дуҫ менән аша-эс, алыш-биреш яһама.
Дуҫыңды дуҫ итә бел, эшеңде эш итә бел.
Кеше тураһында уның дуҫтары буйынса фекер йөрөтәләр.
Башҡаларға оҡшар өсөн эргәгеҙҙә булмаған дуҫығыҙ тураһында һөйләү - иң түбән ҡылыҡ.
Ике ҡатындың дуҫлығы һәр ваҡыт өсөнсөгә ҡаршы йәшерен эш итеүгә ҡайтып ҡала.
Ике дуҫтың береһе һәр ваҡыт икенсеһенең ҡоло, әммә күп осраҡта уларҙың икеһе лә был хаҡта белергә теләмәй.
Яңы ғына ашын ашап сыҡҡан дуҫығыҙ тураһында исмаһам уның өйөнән йөҙ метр радиус үткәнсе булһа ла һөйләмәй тороғоҙ.
Шатлыҡты бүлешкәндәрҙе һәр ваҡыт ҡәнәғәтлек менән, ә ҡайғыны уртаҡлашҡандарҙы һөйөү менән иҫкә алаһың.
Дуҫы күп булыуы менән маҡтанғандарҙың ысынында иһә бер дуҫы ла булмай.
Ысын мөхәббәт һирәк осрай, ысын дуҫлыҡ унан да һирәгерәк.
Бейеккә үрләгәндә лә дуҫыңдың бәхетһеҙлеге тураһында онотма.