Ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡын арттырған өсөн штраф һалыуҙары ихтимал. Хөкүмәт Дәүләт Думаһына ошондай закон проектын индерергә ниәтләй.
Торлаҡ кодексының 157-се статьяһына төҙәтмәне күҙ уңында тотҡан документты Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы әҙерләргә тейеш. Башланғысты 2020 йылдың сентябрендә парламенттың түбәнге палатаһына ҡарауға индереү планлаштырыла. Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, төҙәтмәне Дәүләт Думаһының профилле комитетында ла, барлыҡ фракцияларҙа ла хупларға әҙерҙәр, сөнки хәҙер Торлаҡ кодексында ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар өсөн айырым штраф юлы юҡ.