ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль 2020, 17:58

Берәҙәк эттәр

Кем ғәйепле?

Балалар баҡсаһынан ҡайтырға сыҡҡан 6 йәшлек Ғәли, ҡойма буйында мөлдөрәп ҡарап ятҡан этте яратырға теләп, ҡулын һуҙҙы. Танышы менән һүҙгә әүерәгән әсә сырылдаған тауышҡа әйләнгәндә бала ҡанға батҡайны инде...
Эт - кешенең тоғро дуҫы тип белгән
сабый йәрәхәт алыуҙан тыш ҡурҡып ҡала.
Берәҙәк эттәр, берәҙәк бесәйҙәр... Ни өсөн хәл ителмәй был мәсьәлә? Уларҙы юҡ итеү - ҡанһыҙлыҡ, шул уҡ ваҡытта уларҙың туҡтауһыҙ үрсеүенә лә юл ҡуйырға ярамай.
Уйнап туйғас, урамға сығарып ташланған әҙәм балаһының тоғро дуҫы һалҡында ас урам ҡыҙырыуға дусар ителә, һөйөү-наҙ күрмәгән эт ҡырағайлана. Бәрелеп-һуғылып йөрөп, кешегә ышанысы юғалған хайуан хәүеф сығанағына әүерелә.
Февраль етте, был осорҙа өйөргә тупланған эттәр агрессив булаю Уларҙың бәләкәй балаларға ташланыу осраҡтары йышая. Иртәнсәк эшкә, йә мәктәпкә барғандар ҡурҡа.
Эттәрҙе атыу-атмау мәсьәләһенә килгәндә, бында күптәр тоғролоҡ символы ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу яҡлы. Ә приют асып, уны тоторға теләгәндәр аҙ. Әҙәм балаһына яуаплылыҡҡа өйрәнергә кәрәк тә бит...
Ә әлегә эттәр төйәк иткән урындар тураһында "Йәшел хужалыҡ"ҡа хәбәр итергә ҡала...
Читайте нас: