Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек ил буйынса берҙәм планға ярашлы уҙғарыла. Башҡортостан халыҡ иҫәбе буйынса етенсе урын биләй, шулай уҡ ҡатмарлы муниципаль-территориаль бүленеше, милләт һәм дин төрлөлөгө менән айырыла.
Районда 2019 йылда уҡ теркәүселәр, һәр йортҡа етеп, исемлекте раҫланы. Ҡалала 56422, ауылда 25912 - барлығы 82334 кеше 18629 торлаҡта йәшәй. Әҙерлек эше һөҙөмтәһендә етешһеҙлектәр ҙә асыҡланды. Йыйылған, эшкәртелгән мәғлүмәт Берләштерелгән Оффлай-модуль программаһына индерелде. Ул, 2010 йылғы күрһәткестәренә нигеҙләнеп, Рәсәй статистикаһы тарафынан махсус әҙерләнде. Райондың 96 тораҡ пунктының картаһы төҙөлгән, уларҙың электрон варианты ла булдырыла, бөгөн эш дауам итә.