ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2020, 19:59

Йән тыныслығына ни етә?

Кәйефегеҙ насармы? Ниәтләгән эштәрегеҙ һеҙ уйлағанса бармаған кеүек, ә ҡайһы берҙә, сәбәпһеҙҙән, күңел тулыша, илағы килә.

Бѳгѳн психика кѳслѳ тәьҫиргә дусар, шул сәбәпле күңел тыныслығын юғалтыу ҡурҡынысы ҙур. Тѳшѳнкѳлѳккә бирелмәҫ ѳсѳн белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу артыҡ булмаҫ.
Кәйефегеҙ насармы? Ниәтләгән эштәрегеҙ һеҙ уйлағанса бармай, ә ҡайһы берҙә, сәбәпһеҙҙән, күңел тулыша, илағы килә. Таныш торошмо? Әгәр шулай икән, түбәндәге күнегеүҙе эшләп ҡарағыҙ.
Уңайлы итеп ултырып, тыныс урын табығыҙ. Күҙегеҙҙе йомоп, ҡарашығыҙҙы ѳҫкә күтәрегеҙ. Башта күҙ ҡабағының, һуңынан биттең, ә аҙаҡтан бѳтә тәндең ауырайыуын һәм йомшарыуын күҙ алдына килтерегеҙ. Артабан шатлыҡ, тыныслыҡ тойғоһо уятҡан күңелле хәлде иҫегеҙгә тѳшѳрѳргә тырышығыҙ. Фекерҙе күңелле иҫтәлектәргә һәм улар тыуҙырған ваҡытҡа йүнәлтегеҙ. Әле генә ирешкән торошто юғалтмаҫҡа тырышып, һаҡ ҡына тәнегеҙҙе тойоғоҙ, ҡул һәм аяҡ бармаҡтарын ҡыбырлатығыҙ. Ашыҡмай ғына күҙҙегеҙҙе асығыҙ. Ошо шатлыҡ һәм бәхет тойғоһон нисек тә оҙағыраҡ һаҡларға тырышығыҙ. Күнегеүҙе кѳн һайын ҡабатлаһағыҙ, һеҙ яйлап кәйефегеҙ хужаһы була алырһығыҙ.
КӘЙЕФ ЯҠШЫРТЫУҘЫҢ ЕТЕ ЫСУЛЫ
  1. Бер аҙ туҡтап тороғоҙ һәм эште үтеп барған ваҡиғаларға тѳшѳнѳүҙән башлағыҙ. Үҙегеҙгә һорау бирегеҙ: ысынлап та, тормошоғоҙ шулаймы, һеҙ уны нисек күрергә теләр инегеҙ? Психологтар ваҡыты-ваҡыты менән уй-маҡсатты, теләктәрҙе тәртипкә килтерергә кәңәш бирә. Йортта бѳтә әйберҙе кәштәләргә таратып һалығыҙ, кәрәкмәгәнен ташлағыҙ, бүлмәләрҙе йыйыштырығыҙ һәм яҡшылап елләтегеҙ.
  2. Һис булмаһа, теләгән әйбер һатып алығыҙ. Ҡайһы берҙә ябай ғына открытка йәки матур фильм ҡарау ҙа етә. Сәскә атҡан баҡса фонында тѳшкән фотоғыҙҙы эшләтеп, рамға ҡуйығыҙ. Һеҙҙе шатлыҡлы мөхит уратып алыуын теләгеҙ.
  3. Үҙегеҙгә яҡшылап ял итергә рѳхсәт бирегеҙ. Иркәләнеп алырға ла мѳмкин. Яратҡан ризыҡ әҙерләгеҙ, эфир майҙары менән мунса инегеҙ, бүлмәлә хуш еҫле шәм ҡабыҙығыҙ һәм күңелле музыка ебәрегеҙ. Саф һауала йѳрѳү ҙә ярҙам итә. Ҡарағай урманының хуш еҫе менән ләззәтләнегеҙ. Сәсегеҙҙә - ел һулышын, ауыҙҙа - алма тәмен, әйләнә-тирә тормошто тойоғоҙ.
  4. Рационды тәртипкә килтерегеҙ. Белгестәр яҡынса дүрт сәғәт һайын аҙ-аҙлап ашарға кәңәш итә. Углеводтар (дѳгѳ, ҡарабойҙай, һоло бутҡаһы, фасоль, борсаҡ, емеш-еләк, һѳт) ярҙам итер. Бындай аҙыҡ күп миҡдарҙа серотонин бүлеп сығарыуға һәм кәйефте күтәреүгә булышлыҡ итә.
  5. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, ғәфү итергә һәм оноторға ѳйрәнегеҙ. Шулай итеп, үҙегеҙҙе емергән асыуланыу һәм үс алыу тойғоһонан ҡотолорһоғоҙ. Ғәфү итеү еңеллек бирер, үткәндәрҙе онотоғоҙ һәм алға атлағыҙ.
  6. Физик күнегеүҙәр тураһында онотмағыҙ. Мәҫәлән, бейеү менән шѳғѳлләнегеҙ йәки һыу инегеҙ. Һыу тәнгә ял бирә һәм йомшарырға ярҙам итә, тонус һәм кәйефте күтәрә. Йорт эштәре менән шѳғѳлләнегеҙ, магазинға барып килегеҙ. Әүҙем булығыҙ!
  7. Тормошҡа еңел ҡарағыҙ. Ҡайһы берҙә эште үҙ яйына ҡуйығыҙ, бѳтәһен дә контролдә тотоуҙан туҡтағыҙ. Бер кѳн менән генә йәшәп ҡарағыҙ. Реалист булырға тырышығыҙ, уңышһыҙлыҡҡа артыҡ әһәмиәт бирмәгеҙ. Ваҡиғаларға объектив ҡарарға ѳйрәнегеҙ.
  8. Читайте нас: