ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2020, 18:30

Хөрмәт һәм һөйөү хисе тантана итһә...

Бер-береңә сабыр булһаң, ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итһәң, яратһаң - һәр ғаилә оҙон ғүмерле һәм ныҡлы була.

Бер-береңә сабыр булһаң, ҡулыңдан килгәнсә ярҙам итһәң, яратһаң - һәр ғаилә оҙон ғүмерле һәм ныҡлы була
“Бәхетегеҙҙең сере нимәлә?“ тигән һорауға алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләгән дүрт пар ҙа шулай тип яуап бирҙе.
Бөтә ғашиҡтар байрам иткән Изге Валентин көнөндә “Шишмә” профилакторийында Маликовтар, Денисовтар, Прокудиндар һәм Халиҡовтар бергә йәшәүҙәренең 60 һәм 50 йыллығы айҡанлы ҡотлауҙар ҡабул итте.
  • Татыу ғаилә - бөйөк ҡиммәт ул. Унһыҙ йәмғиәттең эҙмә-эҙлекле үҫеше мөмкин түгел. Һеҙҙең кеүектәр Рәсәй дәүләтенең таянысы һәм ышаныслы нигеҙе, - тине район хакимиәтенең йәштәр эштәре секторы мөдире Алена Шатунова республика Башлығының ҡотлау папкаһын һәм бүләген тапшырып.
  • ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Менчикова бер-береһен яратҡан, дуҫ йәшәгән ғаиләләрҙәге балалар әхлаҡи яҡтан сәләмәт, тырыш, яуаплы булып үҫеүен, уларҙың тормошҡа еңелерәк яраҡлашыуын билдәләне. Әйткәндәй, юбилярҙарҙың бөтәһе лә атай-әсәй, өләсәй-олатай бәхетен кисергән. Һәр береһе икешәр-өсәр бала тәрбиәләгән. Зәбиҙә һәм Ғәйфулла Маликовтарҙың 3 улы ла - юғары белемле офицер. Өсөһө лә үҙе һайлаған юлдан лайыҡлы атлай. Әсәй-атаһына 7 ейән-ейәнсәр, 2 бүлә-бүләсәр бүләк иткәндәр. Клавдия һәм Әнүәр Халиҡовтарҙың 2 улы, 3 ейәне, 2 ейәнсәре бар. Анна һәм Владимир Прокудиндар игеҙәк балаларын үҙ аллы тормош юлына баҫтырған. Улар ҙа бишәр ейәнен һәм бүләһен ҡулға алыу шатлығын татыған. Оҙаҡ йылдар Хлебодаровка ауылында “Чапаев” исемендәге колхозда береһе һауынсы, икенсеһе малсы булып эшләгән Татьяна һәм Александр Денисовтар ҙа өс балаға ғүмер биргән. Әлеге ваҡытта етешәр ейәне һәм бүлә-бүләсәрҙәре уңышына ҡыуанып йәшәйҙәр. Денисовтарҙың икеһе лә - алдынғы колхозсы, социалистик хеҙмәт ярыштарында тик беренсе урындар яулап, ваҡытында төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталарына лайыҡ булғандар.
    Ғөмүмән, ғүмерҙәренең матур миҙгелен билдәләгән был оло быуын кешеләренең бөтәһе лә, ҡайҙа ғына эшләһә лә - педагогмы ул, зоотехникмы йәки власть органдары вәкилеме, эшҡыуармы - үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп үтәгәндәр. Намыҫлы эшмәкәрлектәре тураһында улар алып килгән альбом араһында ҡәҙерләп һаҡлаған гәзит биттәре лә һөйләй. Тырыш хеҙмәт йылдарын айырыуса күтәренкелек менән иҫкә алыуҙары юбилярҙарҙың заманында тырышып эшләүен күрһәтеүен профилакторийҙың баш врачы Анатолий Смирнов та ҡотлау сығышында билдәләп үтте.
    Рәсми ҡотлауҙар тамамланғас, оҙон ғүмерле ғаиләләр йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашып, байрам сәйе эсте. Ҡала мәҙәниәт һарайы үҙешмәкәр артистары уларға иң матур йырҙарын бүләк итте.
    Читайте нас: