ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2020, 18:56

Татыу ғаилә - ил ҡото

Быйыл республикала демография үҫеше билдәләнгән. Башҡортостан халҡының тәбиғи артыуы 3,1 процентҡа тыуымдың күтәрелеүенә, ә үлемдең 3 процентҡа кәмеүенә бәйле.

Быйыл республикала демография үҫеше билдәләнгән. Башҡортостан халҡының тәбиғи артыуы 3,1 процентҡа тыуымдың күтәрелеүенә, ә үлемдең 3 процентҡа кәмеүенә бәйле. Никахҡа нигеҙләнгән ғаиләләр ҡоролоуы демографияны үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Һуңғы осор , ысынлап та, йәмғиәттә тәрбиәгә, әхлаҡ, тәртипкә иғтибар артыуы һиҙелә.
Башҡорт халҡында ғаилә ҡороуға борон-борондан бик етди ҡаралған. Туғанлашыу өсөн икенсе яҡтың нәҫел-нәсәбенә айырыуса ҙур әһәмиәт бирелгән. Кәләш һайлауға үтә лә яуаплы ҡарауҙары хатта мөмкин булған һәр кемдән ҡыҙ тураһында мәғлүмәт алырға тырышыуҙары, кәңәш-төңәшһеҙ эш итмәүҙәре мәҡәл-әйтемдәрҙән асыҡ күренә.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй.
Атаһынан күргән - уҡ юнған, инәһенән күргән - тун бескән.
Уҫаҡта алма үҫмәй.
Атын алма, затын ал (быныһы байлығына ҡарағанда яҡшы заттан булыуы мөһимерәк тигән ҡарашты сағылдыра).
Атайһыҙҙы кейәү итмә, инәйһеҙҙе килен итмә.
Алмағаста алма бешә, дегәнәктә - дегәнәк.
Ат алһаң - ауылың менән, ҡыҙ алһаң ырыуың менән кәңәшләш.
Ярап торорға өй һалма, ярап торорға бисә алма.
Дегәнәк араһында үҫкән сәскәнән һаҡлан.
Был осраҡта ла күҙең төшкән ҡыҙҙың ниндәй ғаиләнән булыуын иҫтә тотоу кәрәклеге киҫәтелә.
Үҙе сәскәләй булһа ла, нәҫел-нәсәбенең йүнһеҙ булыуы бәхетһеҙлеккә килтереүе ихтимал.
Күҙең менән һайлама, ҡолағың менән һайла.
Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билдәле.
Читайте нас: