Конгэк
+12 °С
Ясна
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2020, 20:25
Геройҙар ваҡыты
Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа үҙ ирке менән мохтаждарға ярҙам иткән мәрхәмәтле кешеләр бар. Улар коронавирус инфекцияһына бәйле хәүефле осорҙа үҙ аллы изоляцияла булған граждандарҙы, өлкән йәштәгеләрҙе, сирлеләрҙе, йәш балалы әсәйҙәрҙе аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-ярағы, дарыуҙар менән тәьмин итә.

Ҡаланың күп профилле һөнәри белем биреү колледжы студенттары ла был изге эшкә теләп ҡушылған.
- Оло йәштәгеләр беҙгә бигерәк тә рәхмәтле. Улар менән аралаша алмайбыҙ алыуын, килтергән әйберҙәрҙе лә ишек төбөндә, тупһала ҡалдырып китергә мәжбүрбеҙ, сөнки һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен боҙорға ярамай, - ти улар.
Республика Башлығы Радий Хәбиров урындарҙа был эште муниципалитет етәкселәренә ойошторорға ҡушты. Мохтаждарҙы тормош кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алған спонсорҙар ҙа байтаҡ.
Ирекмәндәр ярҙамына мохтаждарҙан бик күп шылтыратыуҙар ҡабул ителә.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты