Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа үҙ ирке менән мохтаждарға ярҙам иткән мәрхәмәтле кешеләр бар. Улар коронавирус инфекцияһына бәйле үҙизоляцияла булған граждандарҙы, өлкән йәштәгеләрҙе, сирлеләрҙе, йәш балалы әсәйҙәрҙе битлек, аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-ярағы, дарыуҙар менән тәьмин итә.
Беҙҙең ҡалала ла бар ундайҙар. Кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған ирекмәндәр сафына башлыса йәштәр, уҡыу йорттары студенттары теләп ҡушылған. Мохтаждарҙы тормош кәрәк-ярағы менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алған спонсорҙар ҙа бар.
- Беҙгә бигерәк тә оло йәштәгеләр рәхмәтле. Улар менән аралаша алмайбыҙ алыуын, килтергән әйберҙәрҙе лә ишек төбөндә, тупһала ҡалдырып китергә мәжбүрбеҙ, сөнки һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен боҙорға ярамай, - ти улар.
Районда 1 апрелдән алып 65 йәштән өлкән һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙән барлығы 120 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Ирекмәндәр ярҙамына мохтаж булғандар 8 (34764) 3-21-41; 8 (34764) 3-16-23 телефон һандарына шылтырата ала.