Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2020, 15:05

Рөхсәт кәрәк

Өйҙә генә ултырырға ҡушылһа ла, йыш ҡына ашығыс эштәр табылып ҡына тора. Урамға сығырға ла, машина йөрөтөргә лә тура килә шул. Ә шулай ҙа кемдәр язанан - административ штрафтан азат? Иң тәүҙә республикала doroga02.ru порталының эшләүе тураһында әйтеп үтәйек. Бында транспортта йөрөүгә рөхсәт алып була. Кемдәргә ул бирелә?

  1. Яҡындарыңдың балаһы тыуһа (өйгә алып ҡайтырға).
  2. Яҡындарың вафат булһа (ерләүҙе ойоштороу).
  3. Икенсе ҡаланан, райондан өйөңә ҡайтыу.
  4. Яҡындарыңа дарыу, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәкле әйбер алып барыу.
  5. Ауырыған яҡындарыңды ҡарау.
  6. Алдан яҙылыу буйынса дауаханаға, поликлиникаға барыу.
  7. Күп йүнәлешле үҙәккә (МФЦ), банкка, элемтә салонына мөрәжәғәт итеү.
  8. Үҙең етештергән аҙыҡ-түлекте һатыу.
  9. Баҡсаға, дачаға барыу.
  10. Рөхсәт алыр алыр өсөн иң тәүҙә порталда теркәлергә, йәшәгән урынын, автомобиль номерын, шулай уҡ ҡайҙа һәм ниндәй маҡсат менән барғанығыҙҙы күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Документты полиция хеҙмәткәрҙәренә күрһәтеү өсөн ҡағыҙға баҫтырырға йәки электрон төрҙә һаҡларға була. Шуныһын белеү мөһим: йөрөү өсөн көнөнә һәр кешегә 90 минут (1 сәғәт 30 минут) ваҡыт бирелә.
    Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
    Читайте нас: