Конгэк
-5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2020, 15:00

Рөхсәт кәрәк

Өйҙә генә ултырырға ҡушылһа ла, ашығыс эштәр әленән әле килеп тыуа. Урамға сыҡмай, машина йөрөтмәй ҙә булмай шул. Ә шулай ҙа кемдәр язанан – административ штрафтан азат? Иң тәүҙә республикала doroga02.ru порталының эшләүе тураһында әйтеп үтәйек.

Өйҙә генә ултырырға ҡушылһа ла, ашығыс эштәр әленән әле килеп тыуа. Урамға сыҡмай, машина йөрөтмәй ҙә булмай шул. Ә шулай ҙа кемдәр язанан – административ штрафтан азат? Иң тәүҙә республикала doroga02.ru порталының эшләүе тураһында әйтеп үтәйек. Бында транспортта йөрөүгә рөхсәт алып була. Ул кемдәргә бирелә? Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Денис ПОСАДСКИЙ һөйләй:
  1. Яҡындарыңдың балаһы тыуһа (дауаханаға барырға, өйгә алып ҡайтырға).
  2. Яҡындарың вафат булһа (ерләүҙе ойошторорға).
  3. Икенсе ҡаланан, райондан өйөңә ҡайтырға.
  4. Мохтаж туғандарыңа дарыу, аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәкле әйбер алып барырға.
  5. Ауырыған яҡындарыңды ҡарарға.
  6. Күп йүнәлешле үҙәккә (МФЦ), банкка, элемтә салонына мөрәжәғәт иткәндә.
  7. Үҙең етештергән аҙыҡ-түлекте һатырға.
  8. Баҡсаға, дачаға барырға.
  9. Рөхсәт алыр өсөн иң тәүҙә порталда теркәлергә, йәшәгән урынығыҙҙы, автомобиль номерығыҙҙы, шулай уҡ ҡайҙа һәм ниндәй маҡсат менән барғанығыҙҙы сағылдырырға кәрәк. Документты полиция хеҙмәткәрҙәренә күрһәтеү өсөн ҡағыҙға баҫтырырға йәки электрон төрҙә һаҡларға була. Шул да мөһим: йөрөү өсөн көнөнә һәр кешегә 90 минут (сәғәт ярым) ваҡыт бирелә. Эшкә йөрөүселәрҙең дә үҙҙәре менән тейешле документы булырға тейеш.
    Коронавирус эпидемияһы осоронда юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй. Быйылғы йылдың 1 апреленән РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексында яңы закон (20.6.1) барлыҡҡа килде һәм беҙгә уны әлеге ваҡытта, үкенескә ҡаршы, йышыраҡ ҡулланырға тура килә.
    Тағы ла шуны әйтеп үтке килә: водитель таныҡлығы алыу, алмаштырыу, транспортҡа ҡағылышлы эштәрҙе шулай уҡ Дәүләт порталы аша башҡарып була.
    Читайте нас: