Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2020, 13:44

Сит илдән ҡайттылар...

“Урал авиалиниялары” авиакомпанияһы рейсы менән бөгөн Өфөгә 117 Рәсәй турисы Дубайҙан ҡайтып төштө. Уларҙың 17-һе – Башҡортостан гражданы.

“Урал авиалиниялары” авиакомпанияһы рейсы менән Өфөгә 117 Рәсәй турисы Дубайҙан ҡайтып төштө. Уларҙың 17-һе – Башҡортостан гражданы.
Башҡортостандың "Роспотребнадзор" идаралығы хеҙмәткәрҙәре бортта термометрия сараһы уҙғарғас, пассажирҙар паспорт һәм таможня контроле үтте. Сит илдән ҡайтҡандар өсөн Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан йылы аш ойошторолдо, эсемлектәр, йылы пледтар тәҡдим ителде.
34 пассажир Өфө районындағы обсерваторҙа ике аҙналыҡ карантин үтеүгә ебәрелде. Күрше төбәктәр – Ырымбур, Һамар, Түбәнге Новгород өлкәләре, Татарстан һәм Пермь крайы үҙ туристары өсөн автобус рейсы ойошторҙо. 50 пассажир эске авиарейс менән Екатеринбургка осто.
Рейс күнекмәләр ваҡытында өйрәнелгән технологияға ярашлы ойошторолдо. Уны хеҙмәтләндергән белгестәрҙең барыһы ла хәүефһеҙлек сараларын үтәне, шәхси һаҡланыу сарлары менән тәьмин ителде.
Читайте нас: