Ғаилә мөнәсәбәттәре - иң актуаль темалыр ул борон-борондан. Был хатты үҫмер ҡыҙ бала яҙа.
"Ғаиләбеҙ татыу, матур ине. Атай-әсәйем - уҡытыусылар. Мин мәктәпте тамамлайым тиҙҙән. Ағайым бар минан өлкән. Ҡалала эшләп йөрөй. Беҙҙең өйҙә эскелек, ғауға булманы. Бер-беребеҙҙе аңлап, ихтирам итеп тыныс ҡына йәшәй инек. Ике-өс йыл элек ағайым ҡаланан бер ҡыҙ менән йөрөй башланы. Ауылға ла алып ҡайтты. Атай-әсәйем бик ихлас кешеләр. Оло ҡунаҡтай матур итеп ҡаршы алып, күстәнәстәр менән оҙаттылар. Бер нисә тапҡыр ҡабатланды был. Үҙенең күңелендә кер булмаған кеше башҡаларҙы ла әүлиә тип күрәлер инде. Ул ваҡытта буласаҡ килендәренең ҡулынан телефон төшмәүенә, ағайымды кәрәккән-кәрәкмәгәнгә унда-бында йүгертеүенә, ашарға бешереү түгел, сәй ҙә яһап эсмәүенә иғтибар ҙа итмәгәндәрҙер инде. Әммә шул ваҡытта уҡ минең күңелемдә бер төйөн барлыҡҡа килгәйне. Ағайымды һәр саҡ нимәләлер ғәйепләп, тауыш күтәрҙе буласаҡ еңгәй. Береһендә бүлмәләренән уның яман итеп һүгенеүе ҡолаҡҡа салынды. Әй йәлләүем шунда ағайымды. Шундай йомшаҡ холоҡло булдымы икән, әллә яраттымы ныҡ, өйләнде. Никахты ла, туйҙы ла атай-әсәйем еренә еткереп, матур итеп үткәрҙе. Әйтерһең дә, ул туй беҙгә генә кәрәк ине. Ҡалала төпләнергә теләктәре булғас, туй аҡсаларына аҡса ҡушып, фатир алып бирмәксе булдылар атай-әсәйем. Тик туйға төшкән ярты миллион аҡса юҡ ине. Ағайымдың күңелен уйлап, өндәшмәнеләр. Һораштырып ҡаранылар, әммә ағайым бер ни әйтмәне.
Еңгәйем булһа, миңә иң яҡын дуҫ буласаҡ, тип хыялдар ҡора инем бала саҡта. Ә ул, ара йыраҡ булмаһа ла, бик һирәк ҡайтты ауылға. Килһә лә, телефонын тотоп бүлмәлә тик ятты. Әсәйем дә үтә йомшаҡ шул. Килен рәхәте күрмәй. Икебеҙ йүгереп тик йөрөйбөҙ ҡунаҡ итеп уны. Бер тапҡыр әсәйем әйткән ине бергә бәлеш әҙерләйек тип, кибет юҡмы ни ауылда, булды яуап. Ағайыма ошаҡлап та өлгөргән. Бер насар нәмә лә әйтмәнек, әммә ағайым беҙгә үпкәләп йөрөнө. Яйлап ағайымдың холҡо үҙгәрҙе. Ҡапыл ҡыҙып китә бер сәбәпһеҙгә, үсегә башлай, атай-әсәйгә ҡаты өндәшә. Бер ҡунаҡта ҡатыны менән икәүләшеп эсеп ултырғандарын күреп ҡайтып, әсәйем ауырып китте. Атайҙың да йөҙө моңһоу. Мин ни ҡылырға ла белмәйем. Беҙҙең тоҡомобоҙҙа эскән кеше юҡ, дөрөҫөн әйткәндә. Йәй бесәнгә тип ҡайтты ағайым. Еңгәй ҡалала ҡалды. Бесәндән арып ҡайтҡан кешене көн аша ҡалаға йөрөттө. Сәбәбен һорай ҙа алмай инек, ағайым үсегергә тора. Элек ундай холҡо юҡ ине. Бер шулай ҙа тура һораным унан, яратаһыңмы ҡатыныңды, тип. Әллә, тип кенә яуа бирҙе. Ағайыма шундай үҙе кеүек матур, аҡыллы, егәрле кәләш теләй инем. Бәхетле лә түгел бит үҙе. Күҙҙәре моңһоу. Еңгәй эшләмәне бер ҡайҙа ла уҡып бөткәндән һуң. Ағайымды тәмле аштар менән дә һыйламай. Мин ризамын ярҙам итергә, әммә еңгәй беребеҙҙе лә бер ҡасан да саҡырғаны юҡ өйҙәренә. Саҡырмаһалар ҙа атай-әсәйем бара инде һирәк-мирәк. Эстәре бошоп ҡайталар. Өй бысраҡ, ашарға бешмәгән була һәр ваҡыт. Үҙенә нисек әйтәһең? Атай-әсәйем кешегә ҡаты бәрелеүҙе белмәй. Ә минең башыма һыймай, нисек инде бер кеше беҙҙең ғаиләнең тыныслығын юҡҡа сығарҙы. Ни хаҡы бар уның быға?"
(Авторы - үҫмер ҡыҙ)
-11 °С
Болотло