ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2020, 13:21

Үҙ аллы изоляция... Ул һеҙҙе үҙгәрттеме?

Айрат Шәйәхмәтов, Арыҫлан ауыл биләмәһе башлығы: - Үҙ аллы изоляцияны халыҡ аңлап ҡабул итә. Үҙ-ара аралашыу күберәк интернет селтәре аша алып барыла. Ватсапта төрлө төркөмдәр булдырылды, шунда кешеләр бер-береһен эштәре, шөғөлдәре менән таныштыра, хатта төрлө ярыштар ҙа ойоштора. Ауыл ерендә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, һәр кем үҙ ихатаһын, биләмәһен йыйыштыра. Урындағы фермерҙар ҙа үҙ эше менән мәшғүл. Күмәк кеше йәлеп ителгән саралар, ҡунаҡтарға йөрөшөү кеүек күренештәр ваҡытлыса туҡтатылып торҙо. Уҡыусылар, студенттар дистанцион уҡыуҙа.

Айрат Шәйәхмәтов, Арыҫлан ауыл биләмәһе башлығы:
- Үҙ аллы изоляцияны халыҡ аңлап ҡабул итә. Үҙ-ара аралашыу күберәк интернет селтәре аша алып барыла. Ватсапта төрлө төркөмдәр булдырылды, шунда кешеләр бер-береһен эштәре, шөғөлдәре менән таныштыра, хатта төрлө ярыштар ҙа ойоштора. Ауыл ерендә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, һәр кем үҙ ихатаһын, биләмәһен йыйыштыра. Урындағы фермерҙар ҙа үҙ эше менән мәшғүл. Күмәк кеше йәлеп ителгән саралар, ҡунаҡтарға йөрөшөү кеүек күренештәр ваҡытлыса туҡтатылып торҙо. Уҡыусылар, студенттар дистанцион уҡыуҙа.
Хәтимә Сәләхова, хаҡлы ялда:
- Беҙҙең кеүек хаҡлы ялдағылар өсөн был ҡурсаланыуҙың ауырлығы әллә ни һиҙелмәй, сөнки былай ҙа күп ваҡыт өйҙә ултырабыҙ. Йәштәргә, балаларға еңел түгел, әлбиттә. Бигерәк тә ҡала ерендә. Кәрәк-яраҡты миңә балаларым килтерә, ишек төбөндә генә ҡалдырып китәләр. Былай телефон аша аралашабыҙ. Барыһы ла яҡшы булыр, саҡ ҡына түҙемлек кәрәк.
Рәил Абдулғәниев, Ергән ауыл биләмәһе башлығы:
- Халыҡҡа кәрәкле документтар дистанцион алымда эшләнә. Халыҡ дружинаһы вәкилдәре кисен дежурға сыға, кешеләр менән аңлатыу эштәре алып бара. Йорттарың подъездары аҙнаһына ике тапҡыр махсус препараттар менән эшкәртелә. Вадим Шәфиев һәм Эльнара Абдуллаева ирекмәндәр булараҡ, оло йәштәгеләрҙе аҙыҡ-түлек, дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә. Балалар майҙансыҡтары ваҡытлыса эшләмәй, кескәйҙәр үҙ ихаталарында ғына уйнай.
Айгөл Исмәғилева, студент:
- Университет, уҡытыусылар, дуҫтар һағындырҙы. Гөр килеп торған студент тормошо ҡапыл туҡтап ҡалғандай булды. Атай-әсәй янында рәхәт булһа ла, Өфө үҙенә тарта. Төркөмдәштәр менән телефон, компьютер аша бәйләнешкә сығабыҙ. Уҡыу ҙа онлайн-режимда бара. Быға тиклем телефонға ныҡ бәйле инем, әле иһә “тере” аралашыуға һыуһаным. Битлек, бирсәткәһеҙ урамға сыҡмайым, һаҡлыҡ сараларын аңлап ҡабул итәм.
Рәйсә Вәхитова, декрет ялындағы әсә:
- Ғаиләбеҙ ҙур, өс бала тәрбиәләйбеҙ. Өйҙә ултырыу барыбыҙҙы ла арытты. Балалар бығаса бер-береһен һағынып тора ине, әле үҙ-ара ыҙғышып киткән осраҡтары күберәк. Тәҙрәнән тышҡа ҡарап зарығып алалар. Бергәләп өй алдына ғына сығабыҙ, яҡындағы магазинға барып киләбеҙ. Балаларға битлектәр тегеп кейҙерҙем, ҡулдарын йыш йыуып торалар. Беҙ, ололар, хәлде аңлап, тынысыраҡ ҡабул итәбеҙ, ә бына сабыйҙарҙы түҙҙереп булмай шул.
Дилиә Әҡсәнова, 5 йәш:
- Рәхәтләнеп майҙансыҡта уйнағым, иптәштәрем менән осрашҡым килә. Тик атай-әсәйем быларҙы ҡушмай. Саф һауа һуларға өй алдына ғына сығабыҙ, шунда уйнайым. Өйҙә өләсәй менән китап уҡыйбыҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ. Бөтәһе лә элеккесә булһын ине. Шуны теләйем.
Читайте нас: