Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2020, 01:35

Тантана үтмәйәсәк

Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы республика Башлығы исеменән ҡабул итеү тантанаһы үткәрелмәй.

Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы республика Башлығы исеменән ҡабул итеү тантанаһы үткәрелмәй. Был турала Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.
"2020 йылда республикала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса төп саралар планына ярашлы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ысынлап та “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы исеменән ҡабул итеү тантанаһы үткәреүгә аукцион иғлан иткәйне, – тине комитет рәйесе Алексей Гусев. – Сараны үткәрмәҫкә ҡарар ителде, шуға күрә килешеү тарҡатылды".
Контракт 1,32 миллион һум тәшкил итә ине. Конкурста ҡатнашыуға “Торатау” Конгресс-холы ғына ғариза биргән булған.
Читайте нас: