ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2020, 21:20

Маскалар таратыласаҡ

Республика ҡалаларында йәшәүселәрҙең медицина маскаларын йәмәғәт урындарында алыу мөмкинселеге бар.

3 майҙа Башҡортостанда #ЯрҙамғаМаска республика акцияһы старт алды. Ике көндә республиканың алты ҡалаһында йәшәүселәр 50 000 медицина маскаһы аласаҡ. Волонтерҙар маскаларҙы халыҡҡа йөрөргә рөхсәт ителгән урындарҙа: аҙыҡ-түлек магазиндарында, аптекаларҙа, заправкалау станцияларында таратыласаҡ.
Бөгөн Өфө акция сиктәрендә маска алыусы тәүге ҡалаларҙың береһе булды. Ҡаланың ете районына бишәр мең маска бүленде. Уларҙы халыҡҡа ирекмәндәр өләшәсәк.
Өс көндә маскалар Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларында таратыласаҡ. Ирекмәндәр 4 – нән 9 майға тиклем георгий таҫмалары ла таратасаҡ.
Медицина маскаларын һәм таҫмаларҙы ҡайҙан алырға булғанлығы тураһында акцияла ҡатнашыусы муниципалитеттың киң мәғлүмәт саралары хәбәр итәсәк.
Читайте нас: