ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2020, 08:23

Демография нигеҙен дөрөҫ тәрбиә билдәләй

Бөгөнгө балалар, йәш быуынды дөрөҫ тәрбиәләү милләт киләсәген, башҡорт халҡы демографияһын билдәләй. Һеҙҙенсә, һөҙөмтә булһын өсөн ниндәй аҙым етмәй, нимә эшләргә кәрәк? Комментарийҙа фекерҙәрегеҙ, тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.Эй, хоҙайым! Һаҡла балаларҙы! Яман уйҙан, насар кешенән! Ҡорос кеүек ныҡлы булһын улар, Йәм - тәм тапһын эшләр эшенән! Эй, хоҙайым! Бәхет бир уларға! Әсәй, атай хисен тойһондар! Бергә - бергә тормош башланылар, Һәр саҡ шулай бергә булһындар! Тормош йәме, донъя гүзәллеге Күңелдәрен биҙәр моң булһын. Көс бир, хоҙай! Ғүмер артылғанда Үтер юлҡайҙары уң булһын! Яңылыштан, насар ғәҙәттәрҙән, Төшөнкөлөктән дә арала, Ауырлыҡтар,, тормош һынауҙары Ҡалдырмаһын әсе яралар... Матур ләкин уҫал был тормошта Изгелектәреңдән ҡалдырма! Яҙмыштары оҙон, оҙаҡ булһын, Осор ҡанаттарын талдырма! Сәкинә Тотманова.

Халыҡтың демография хәлен төп 3 фактор билдәләй: тыуым, үлем һәм миграция торошо. Башҡорт халҡының демография потенциалы уның киләсәгенә өмөт менән ҡарарға ерлек бирә. Әммә үлем күрһәткестәренең юғары булыуы хәүефле.Демографияға социаль, иҡтисади, биологик һәм географик шарттар йоғонто яһай.
Төрлө сәбәптән ҡала мөхитендә тыуып үҫкән башҡорттар этник берҙәмлеген юғалта башлай, был хәүефле күренеш. Бөгөн төп ҡиммәттәрҙе һаҡлау, үҫтереүҙә ғаилә һәм йәмәғәт ойошмалары әһәмиәтле роль башҡара, шулай ҙа бар мөмкинлектәр ҙә файҙаланылмай, күрәһең...
Һеҙҙенсә, һөҙөмтә булһын өсөн ниндәй аҙым етмәй, нимә эшләргә кәрәк? Комментарийҙа фекерҙәрегеҙ, тәҡдимдәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото интернеттан.
Читайте нас: