ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2020, 11:05

Тыйнаҡлыҡ - ғорурлыҡтың бер төрө ул.

Парикмахерскийҙа ултырам. Баҫалҡылығы, оялсанлығы менән айырылып торған мастерҙы хеҙмәттәштәре тегеләй үтһә лә, былай үтһә лә төрттөрә: “Артыҡ ныҡ эйелмә, бөкөрәйерһең” , “Башыңды тура тот”, фәлән дә фәсмәтән... Ә сәс ҡырҡыусы тыйнаҡ ҡына йылмая ла, башын ҡырын һала биреп, үҙ эшен дауам итә. Клиентына шул тиклем ихтирам менән ҡарай. Эшен яратып башҡарыуы, баҫалҡылығы уны шул тиклем биҙәй, матур итә. Һоҡланып ултырҙым. Шулай ҙа теге әсе теллеләргә яуап бирмәүенә әсенеп тә ҡуйҙым... Ғалимдар, аҡыл эйәләре тыйнаҡлыҡ тураһында ниндәй фекерҙә икән?

Кеше аҡыллы булған һайын баҫалҡыраҡ.
(Авторы билдәһеҙ).
Тыйнаҡлыҡ - эргә-тирәләге кешеләрҙе бик ярһытмаған ғорурлыҡтың бер төрө ул.
(Ж.Ренар).
Баҫалҡылыҡ - ул ҡаҙаныштарың, һәләтең тураһында түбән фекер йөрөтөү түгел, ә уларҙы башҡаларҙың таныуын теләп аптыратмау.
(А.Круглов).
Йыш ҡына баҫалҡылыҡ көсһөҙлөк тип ҡабул ителә, әммә ошо сифат артында әллә күпме матурлыҡ, көс һәм яҡшы холоҡ ятыуын ваҡыт барыбер иҫбат итә.
Бөтә нәмә лә сама белергә кәрәк, хатта оялсанлыҡта ла.
(А.Франс).
Тыйнаҡлыҡ кешене биҙәй, әммә ас ҡалдыра.
(С.Богатырь).
Оялсанлыҡ - ул башҡаларға оҡшарға теләүҙән һәм уңышһыҙлыҡтан ҡурҡыуҙан тора.
(П.Бошен).
Тыйнаҡлыҡ - ул кешене онотолоуға дусар иткән иң тоғро юлдарҙың береһе.
(Соломон).
Ялған баҫалҡылыҡ, маһайыу, данлыҡҡа ынтылыу кеүек үк, ерәнес күренеш.
(К.Гольдони).
Ғорурланыр эшең булғанда ғына тыйнаҡ булырға мөмкин.
(Сардоникус).
Ояттың нимә икәнлеген белмәгәндәргә, әрһеҙҙәргә, тупаҫтарға йәшәүе еңелерәк. Ә кем баҫалҡы, ғәҙеллек, сафлыҡ юлынан бара – уның тормошо ауырға тура килә.
(С.Гаутама).
Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң яҡшы биҙәүес – ул баҫалҡылыҡ һәм... үтә күренмәле күлдәк.
(Е.Шварц).
Маҡтауҙарға битараф түгел, ә тәнҡиткә иғтибар биргән кеше баҫалҡы.
(Ж.Поль).
Читайте нас: