Конгэк
+13 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Внимание всем! В Башкортостане завоют сирены
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2020, 15:40
Бәхетлеләр тупһаһына даға ҡаҡмай
Гүзәл затты ҡотлаған ваҡытта йыш ҡына, ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем, тигәнде ишетергә тура килә. Был төшөнсәне һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
Гүзәл затты ҡотлаған ваҡытта йыш ҡына, ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем, тигәнде ишетергә тура килә. Был төшөнсәне һеҙ нисек аңлайһығыҙ? Күптәр, әлбиттә, бала тәрбиәләү, әсәй булыу тиер урынға, эргәңдә ышаныслы ир булыуы, тип әйтәсәк шулай, бит. Ғөмүмән, бәхетле булыу өсөн мотлаҡ тормошта булыу кәрәк, тигән ҡараш йәшәй йәмғиәттә. Нисек йәшәгәне мөһим түгел, яңғыҙ булмаһа - шул еткән. Дөрөҫөн әйткәндә, мин дә шулай уйлай инем. Әммә бер ҡатын менән танышып, һөйләшкәндән һуң ҡатын-ҡыҙ бәхете төшөнсәһенә фекерем үҙгәрҙе.
Оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп, ире вафатынан һуң йәшлек эҙҙәрен һаҡлаған ҡалаға күсеп ҡайтҡан оло йәштәге ҡатын:
- Яңғыҙым ҡалғас ҡына бәхеттең нисек булыуын татыным. Кеше һүҙенән ҡурҡып, ҡырҡ йылдан ашыу ғүмеремде холоҡһоҙ ир менән үткәрҙем. Сабырлығым өсөн Аллаһу тәғәләм ҡартайған көндә бәхет ебәрҙе, - тигәйне.
Дүрт тиҫтә йыл баҫылып ятҡандан һуң шиғырҙар ижад итә башлаған, төшөргән һүрәттәре лә уның оҫта рәссам икәнлеген күрһәтә. Картиналары сағыу, шиғыр юлдары ла - оптимистик рухта. Былар, ысынлап та, ҡатындың бәхетле икәнлеген дәлилләй.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ололарға бер йылы һүҙ етә
Ысын дуҫтар ғына... ҙур көскә эйә
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ