Коронавирус тормошҡа үҙ төҙәтмәләрен индерһә лә, уны туҡтата алмай. Яҙҙың йәмле көндәрендә баҡсасыны орлоҡтарҙы ер ҡуйынына һалыу, үҫентеләрен күсереп ултыртыу теләгенән туҡтатып ҡара! Үҙ йорто эргәһендә ере булғандарға рәхәт, ә баҡсаһы ситтә булғандар йәйәү булһа ла барырға әҙер. Айырыуса оло йәштәге баҡсасылар хәлен уйлап, Мәләүез АТП-һы 21 майҙан маршруттарҙы раҫланы. Ҡала автобустары маршруттары түбәндәге теҙмә (расписание) буйынса йөрөй.
Йәмәғәт транспортында һаҡлыҡ сараларын күҙәтергә онотмағыҙ, Битлек, бирсәткә кейеү талабын әле бер кем үҙгәртмәгән. Юғиһә ҡороғор вирус тажын кейҙереп ҡуйыуы ихтимал. Сәләмәт булығыҙ.