ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май 2020, 02:54

Бәхетле ғаилә сере

Ҡоштар ҙа бит парлы был донъяла... Парыңды табыу - бер бурыс, ә нисек шул бәхетте ғүмер буйы һаҡларға?

Атай-әсәй, балалар менән беҙ ҡан аша бәйләнгәнбеҙ, шулай уҡ күҙгә күренмәҫ бәйләнеш бар. Баланың хәлен әсә хатта физик кимәлдә тоя. Шуға ла бала хәсрәте - йөрәктә, тиҙәр, ә ни өсөн ирҙеке - итәктә, тиелә икән. Уйлап ҡараһаң, ике сит мөхиттә үҫкән ике йәнде ана шул күҙгә күренмәгән ептәр, серле хистәр ҡауыштыра, юҡҡа ғынамы бер туған йәндәр, тиҙәр. Илаһи көс кешелек дауам итһен өсөн парлап яралтҡан әҙәм балаһын. Үҙ парын тапҡандар оҙон бәхетле ғүмер кисерә, хатта атай-әсәй, балалар менән кеше ул тиклем оҙаҡ ваҡыт бергә булмай.
Бындай бәхеттең серен бер һүҙ менән генә аңлатып булмайҙыр. Сәхифәләрҙә бирелгән түбәндәге миҫал бәхет сере пәрҙәһен асҡандай була. "Әсәйем аш-һыуға һәр саҡ айырым иғтибар бирә, шуғалыр ҙа ризыҡтары телеңде йоторлоҡ. Ә кисә атайым алдына күмер булып көйгән бәлеш ҡуйҙы. Мин атайым ни әйтер тип көтәм... Ә ул, бер ни булмағандай, тәмләп ашап бөттө лә минең хәлемде һораша башланы.
Аҙаҡтан әсәйемдең был киске аш өсөн ғәфү үтенеүен ишеттем. Шул саҡтағы атайымдың яуабын ғаилә башлығы булғас та йыш иҫкә алам. "Һөйөклөм, миңә бәлеш оҡшаны, борсолма, тәмле булды", - тине ул. Ә мин - бар нәмәне тик аҡ һәм ҡара тип кенә таныған үҫмер малай - һуңынан атайымдан ни өсөн күрә тора улай тип әйтеүен төпсөндөм. "Әсәйең ауыр эш көнөнән һуң бик арыған ине. Янған бәлеш миңә артыҡ зыян килтермәне, ә уйламай әйтелгән ҡаты һүҙ уның күңелен яралар ине. Беҙ барыбыҙ ҙа яңылышабыҙ. Ундай саҡта хатаны күрһәтеп тәрәнәйтеүҙән файҙа юҡ, яратҡан кешеңә терәк-таяныс булырға, ярҙам итергә тырышырға кәрәк. Ғаилә тормошоноң оҙайлы бәхет сере тап шунда" тигән һүҙҙәрен ғүмерлек һабаҡ итеп алдым".
Ысынлап та, үҙ-ара аңлашып, бер-береңде хәстәрләп, ҡәҙерләп йәшәгәндә генә йылы хистәр йылдар дауамында юғалмай, ә көсәйә генә.
Читайте нас: