Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2020, 19:45

Балаларға аҡса түләнә башлай

Июнь башынан коронавирус пандемияһы ваҡытында Владимир Путин иғлан иткән ярҙамдың береһе ғәмәлгә ашырыла башлай.

Июнь башынан коронавирус пандемияһы ваҡытында Владимир Путин иғлан иткән ярҙамдың береһе – өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә 10 мең һум түләү – ғәмәлгә ашырыла башлай. Уны алыу өсөн ата-әсәгә Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша ғариза ебәрергә кәрәк ине.
Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, уны республикала 709 мең бала аласаҡ. 400 мең баланың ата-әсәһе ғариза биреп тә өлгөргән һәм бөгөндән башлап уларҙың иҫәптәренә аҡса күсә башлаясаҡ.
Шулай уҡ вице-премьер белдереүенсә, оҙаҡламай өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр өсөн дә пособие түләнә башлай. Улар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тейеш һәм даими биреләсәк. “10 мең һумды бер тапҡыр ғына түләһәләр, өс йәштән ете йәшкә тиклемге түләүҙәр беҙҙең менән мәңгегә ҡаласаҡ. Был түләүҙе 90 мең ғаилә аласаҡ, 50 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Ғаризаларҙы дистанциялы формала ҡабул итеү дауам итә”, – тине министр.
Йәш ярымға тиклемге бала ҡараған студент йәки эшһеҙ ата-әсәләргә ярҙам өсөн минималь пособие ике тапҡырға арттырла.
Фото - https://avatars.mds.yandex.net/get-zen_doc/1584427/pub_5e18ba0ccddb7100b16e57cf_5e18ba57ecfb8000ad88db0b/scale_1200
Читайте нас: