ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2020, 14:19

Дәүләт милли сәйәсәте - һуғыш балаларына хөрмәт

Әҙәм балаһын тормош юлында аҙым һайын ауырлыҡтар һағалай. Бәғзеләр тәүге ҡаршылыҡтарҙан уҡ бөгөлөп төшә, өмөт-ышанысын юғалта. Ә бына 80 йәшлек юбилейын туйлаған Мәфтуха апай Науразбаева кеүектәр һынмай-һығылмай бар һынауҙы ла лайыҡлы үтә, шул уҡ ваҡытта йөрәк йылыһы, кешеләргә һөйөүен, күңел сафлығын һаҡлап ҡала. “Бында һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа, изгелеккә өндәгән “Көнгәк” гәзитенең дә өлөшө бар, бик яратып уҡыйым, насар мәғлүмәт хәлде ала ул”,- тип беҙҙе лә хуплай гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы.

Һуғыш балаларына ул йылдарҙың бар михнәтен татырға тура килһә лә, аслыҡ, яланғаслыҡ менән сыныҡтырылған быуын, һәр көнгә шатланып, ҡәнәғәт булып йәшәй белә. Башҡортостандың Түбәнге Бикҡужа ауылында тыуып үҫкән Мәфтуха Насир ҡыҙы һәр кешегә изгелек орлоғо һалыныуына, һәр кире ваҡиғаның да ыңғай яғы булыуына ихлас ышана. Ишбулатовтарҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала ла илһөйәр, эшһөйәр булып үҫә. Оло ағаһы - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, кесеһе лә дәһшәтле йылдарҙан һуң илде тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә. Ул йылдарҙың шаһиты Мәфтуха менән һылыуы Мәрғүбә лә халыҡ мәнфәғәте өсөн янып йәшәй. Туғандарҙан бер үҙе ҡалған Мәфтуха апай әле лә барыһын да хәстәрләй, етешһеҙлектәргә, кемдеңдер проблемаһына битараф ҡала алмай. Уның эше лә һәр саҡ кешеләрҙе хеҙмәтләтләндереүгә, аралашыуға бәйле була.
Ғүмерлек мөхәббәте Нурулла Аллабирҙе улы менән ҡауышҡас, яҙмыш Мәләүез ҡалаһына алып килә. Нурулла ағай менән бер-береһенә иғтибарлы, ихтирамлы, мөхәббәттән туҡылған мөнәсәбәте балаларына ғүмер юлында һәр саҡ өлгө. Улар ата-әсәләренә тәрән хөрмәт менән: “Һеҙҙең кеүек кеше юҡ, булһа ла бик һирәк”, - тиҙәр. Ике ҡыҙы Эмма һәм Эльба, улы Азамат юғары белем алып, йәмғиәттә үҙ урынын табып, ғаилә ҡороп йәшәй. Ике ейәне, ейәнсәр, бүләһе – тормош мәғәнәһе, оло ҡыуаныс ололар өсөн. Ҡәҙерле ире баҡыйлыҡҡа күсһә лә, ул - һәр ваҡыт Мәфтуха апайҙың күңел түрендә, уны иҫкә алмай хәбәр һөйләмәй. Юғалтыуҙы кисерергә Аллаһы тәғәләгә ышанысы, дини белеме лә ярҙам итә. Шулай уҡ ул бер ваҡытта ла тик ултырмай, аралаша, һәр саҡ изгелек юлында.
Читайте нас: