Конгэк
+7 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь 2020, 17:11
Хужабикәләр эш хаҡы алыр
Киләһе йылдан хужабикәләргә пособие түләргә йыйыналар...Фото:https://rb7.ru/system/images/image_links/207580/cooking-in-the-254678ury.jpg
Дәүләт Думаһына йорт хужабикәләре өсөн хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмендә (12 130 һум) пособие түләү тураһында закон проекты индерелде. Билдәләнеүенсә, ул үҙ ғаиләһенең йорт хужалығын алып барған кешеләргә тәғәйенләнәсәк.
Йорт мәшәҡәттәре, йыуыу-йыйыштырыу, ашарға әҙерләү, балалар һәм өлкәндәрҙе тәрбиәләү һәм башҡа шөғөлдәр күҙ уңында тотола. Закон проектында аҡсаны алыу өсөн шарттар ҙа күрһәтелгән. Мәҫәлән, ғаиләлә бындай пособиены бары бер генә кеше алыу хоҡуғына эйә, өҫтәүенә ғаиләлә йән башына тура килгән уртаса килем йәшәү минимумының икеләтелгән күләменән ҙур булмаҫҡа тейеш. Закон проекты парламентта тауыш биреүҙең бөтә этаптарын үтеп, Президент тарафынан раҫланһа, киләһе йылдың 1 ғинуарынан йорт хужабикәләре пособие ала башлаясаҡ.
Фото:https://rb7.ru/system/images/image_links/207580/cooking-in-the-254678ury.jpg
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Йорт усағы
24 Март , 17:00
“Ҡатыҡ тәмләү” йолаһы
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Март , 10:00
Башҡортостан уҡытыусылары "Мин - остаз " бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша