Конгэк
-16 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2020, 15:20

Мәләүездәр Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү өсөн дә тауыш бирә

Бөгөн Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙән тыш Мәләүез ҡалаһында йәшәүселәр тағы бер мөһим сәйәси сарала ҡатнаша. Ҡала урамдарында Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреү тураһындағы ҡараштарын белдереүҙе һорап, ирекмәндәр сыҡты.

Ағымдағы йылдың 1 мартында Рәсәй Президенты “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” маҡтаулы исеме тураһында” федераль законға ҡул ҡуйҙы. Бындай маҡтаулы исем Рәсәй Федерацияһының ҡалаһына бирелергә мөмкин. Төп шарттар - ҡала халҡы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтергә, хәрби һәм граждан продукцияһы менән тотҡарлыҡһыҙ тәъмин итеүгә ҙур өлөш индерергә тейеш.
Мәләүез ҡалаһы һәм районында йәшәүселәр был һорауға ҡараштарын Мәләүез күп профилле һөнәри колледжы һәм Мәләүез индустриаль колледжы ҡаршыһында эшләүсе ирекмәндәр аша еткерә ала.
Өфөгә маҡтаулы исем биреүҙе хуплаусылар ҡултамғаларын ҡуя, үҙ фекерен 14 йәше тулғандар белдерә ала.
Читайте нас: