Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2020, 18:48

Ярата, яратмай... Нисә йыл ярата?

Мөхәббәтте һәм тоғролоҡто һатып алып булмай.

2008 йылдан 8 июлдә Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы һәм символы – аҡ сәскә (ромашка) - булдырылды. Элек-электән был сәскә мөхәббәт билдәһе булараҡ иҫәпләнә, “ярата, яратмай” тип кемдәр генә был сәскә тылсымын һынап ҡарамаған… Йәш парҙар был көндә никахлашырға тырыша, сөнки оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерәсәк тигән инаныу бар.
Районда “Демография” милли пректын тормошҡа ашырыу маҡсатында ғаилә статусын күтәреү буйынса даими саралар күрелә. Быйыл да Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам саралары уҙғарылды. Элек-электән мөхәббәттә, татыу йәшәгән ғаиләләр дәүләт нигеҙе тип ҡаралған һәм хупланған. Нәҡ шундай ғаиләләрҙә башҡаларҙы һөйә белгән, ололарҙы хөрмәт иткән, тәүфиҡлы, бәхетле балалар тәрбиәләнә.
Шундайҙарҙың береһе - районда күптәргә таныш Свинолуповтар ғаиләһе. “Ғаилә” скверында үткән ҡотлау тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов уларҙы «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләне.
Мөхәббәт һәм тоғролоҡто һатып алып булмай, шатлыҡ-ҡыуаныста, һөйөп-һөйөлөп, үҙ-ара аңлашып, тоғролоҡта йәшәүгә ни етә!
Читайте нас: