Конгэк
-12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2020, 01:20

Зауыҡлы биләмәләр арта

Республикала яңынан-яңы ял-мәҙәни объекттар хасил була.

Зауыҡлы биләмәләр йылында төҙөкләндереү эштәре бөтә республика буйынса йәйелдерелде. Мәҙәни-ял урындары ла күркәмләнә, яңылары барлыҡҡа килә. Беҙҙең ҡалала Мәләүез йылғаһы яры күптәрҙең яратҡан урынына әйләнде инде. Айырыуса кистәрен йәше-ҡарты һыу буйында йөрөүҙе хуп күрә. Ысынлап та, ут һәм һыу ниндәйҙер сихри көскә эйә, күпме ҡараһаң да ялҡытмай, күптәр унан йән тыныслығы таба. Ә фонтан урғылыуын күҙәтеү айырым кинәнес бирә. Ул матурлығы менән дә арбай. Мәләүездәр ҙә фонтан янында ял итергә ярата, ундай урындар йылдан-йыл арта. Баш ҡалабыҙ тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бына тағы ла ҡала йөҙөн биҙәп, Торналар фонтаны хасил булды. Уның төҙөлөшөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарап, ҡәнәғәт ҡалды. "Кем балалары менән бында булмаған, мин тәҡдим итәм. Киске 10-сы яртынан 10-ға тиклем төрлө төҫтәр менән балҡыған музыкаль тамаша күңелгә ял-ләззәт бирә. Бындай объекттар республика буйынса төҙөләсәк әле", - тип яҙа үҙ сәхифәһендә. Был юлдарҙы уҡығас, беҙҙең ҡала ла балҡыр әле йәйғор нурҙарынан тигән өмөт уяна.
Читайте нас: