ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2020, 19:22

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы 24 авгусҡа тиклем дауам итә. Мәктәп кәрәк-яраҡтары Мәләүез ҡалаһы, Док урамы, 11а адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” хеҙмәте үҙәгендә туплана.Һүрәттә - үҙәк белгесе Ирина Тюрина.

Йыл һайын «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» хәйриә акцияһы ойошторола. Пандемия быйыл мохтаж ғаиләләрҙең хәлен тағы ла ауырлаштырҙы. Акцияның маҡсаты – мохтаж ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә булышлыҡ итеү. Мәктәп кәрәк-яраҡтары Мәләүез ҡалаһы, Док урамы, 11а адресы буйынса урынлашҡан “Ғаилә” хеҙмәте үҙәгендә туплана. Үҙәк етәксеһе Эльвира Рәил ҡыҙы билдәләүенсә, күптәр ярҙамға мохтаж, әйберҙәрҙе ҡабул итеү 24 авгусҡа тиклем дауам итә. Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады әйберҙәре яңы килеш ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт тотонолған булыуы мөмкин.
Хәйриә ярҙамына ҡағылышлы һорауҙар буйынса 8-(34764) 3-23-67 телефоны йәки [email protected] электрон адресы аша мөрәжәғәт итергә була.
Һүрәттә - үҙәк белгесе Ирина Тюрина.
Читайте нас: