ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2020, 12:01

Райондың юбилейы менән, мәләүездәр

Бөгөн Мәләүез ерендә оло байрам – тыуған районыбыҙҙың юбилейын билдәләйбеҙ. 90 йыл тарих өсөн бер генә мәл, әммә төбәгебеҙ ошо осорҙа ғына һиҙелерлек үҙгәрҙе, үҫеште, матурланды. Районыбыҙ тарихы иҫ киткес матур һәм бай йөкмәткеле. Беҙгә тиклем ҡаҙанған уңышты ҡәҙерләү, арттырыу – дөйөм маҡсатыбыҙ.(Сайтҡа инеп тотош уҡығыҙ).

Ҡәҙерле яҡташтар!
Бөгөн Мәләүез ерендә оло байрам – тыуған районыбыҙҙың юбилейын билдәләйбеҙ. 90 йыл тарих өсөн бер мәл генә, әммә төбәгебеҙ ошо осорҙа ғына һиҙелерлек үҙгәрҙе, үҫеште, матурланды. Был көндө мәләүез ерен данлаған, уны күркәмләүгә үҙ көсөн түккән кешеләрҙе хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Тиҫтәләгән йылдар дауамында яҡташтарыбыҙ оло, ауыр һәм данлыҡлы юл үтте. Һуғышҡа тиклемге осорҙа тотороҡло ауыл хужалығы булдырылды, ҡаһарман халҡыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы яланында азатлыҡ өсөн көрәште, унан һуңғы йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырыуҙа үҙ өлөшөн индерҙе.
Шулай уҡ был – районыбыҙҙың данын, мәртәбәһен арттырыусылар, бәҫен күтәреүселәрҙең һәм, әлбиттә, үҫеп килгән йәш быуындың байрамы. Киләсәгебеҙ – йәштәр ҡулында. Быуындан быуынға күсә килгән изге мираҫыбыҙҙы фәҡәт улар һаҡларға бурыслы.
Районыбыҙ тарихы иҫ киткес матур һәм бай йөкмәткеле. Беҙгә тиклем ҡаҙанған уңышты ҡәҙерләү, арттырыу – дөйөм маҡсатыбыҙ.
Бөгөн тыуған еребеҙҙә яңы эштәр башҡарыла, һәр көн ваҡиғаларға, асыштарға бай. Тимәк, тарих дауам итә. Уның биттәре тик ыңғай, уңышлы эштәр менән тулыланһын. Үҙебеҙҙең киләсәгебеҙ үҙ ҡулыбыҙҙа.
Хөрмәтле мәләүездәр! Алда беҙҙе ҙур пландар һәм ҡаҙаныштар көтә!
Районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ихлас күңелемдән ҡотлайым. Бөтә йөрәгемдән барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыуған еребеҙ үҫешенә бағышланған эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Йортоғоҙҙа һәр ваҡыт тыныслыҡ, именлек хөкөм һөрһөн.
Байрам менән яҡташтар!
Район хакимиәте башлығы Рөстәм ШӘМСЕТДИНОВ.
Читайте нас: