ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2020, 16:37

Яҡташтар гражданлыҡ бурысын үтәне

Берҙәм тауыш биреү көнөндә яҡташтар һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтте.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә яҡташтар һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтте.
Республикала был көндә бөтәһе 3011 һайлау участкаһы эшләне. Һайлаусылар исемлегенә бөтәһе 2294480 кеше индерелгән ине. Участкалар иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем асыҡ булды. Ниндәйҙер сәбәп менән урындағы тауыш биреү участкаһына килә алмаған йәки был көндә ситкә уҡырға, эшкә киткәндәргә алдан тауыш биреү мөмкинлеге бирелде.
Ҡаланың күп профилле һөнәри белем биреү колледжында урынлашҡан 2558-се участкала 2000-дән ашыу кеше теркәлгән. Тауыш биреү иртәнге сәғәттәрҙән әүҙем барҙы.
Ҡаланың индустриаль колледжында урынлашҡан 2563- сө һайлау участкаһына ла халыҡ иртәнге сәғәттәрҙән үк килә башлаған.
- Тотош ғаиләләр менән килгәндәр күп булды. Ололар ҙа, йәштәр ҙә гражданлыҡ бурысын үтәүгә бик етди ҡарай. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап ойошторолған рәсемдәр күргәҙмәһенә кескәйҙәр үҙ эштәрен килтерҙе. Урындағы эшҡыуарҙар Людмила Тупикина, Эльвира Әхмәрова, Наталья Ханнанова, Алексей Свяжин оло йәштәгеләргә татлы күстәнәстәр әҙерләгәйне, - ти һайлау комиссияһы рәйесе Лилиә Козусь. Ул участкала бөтәһе 1782 кеше теркәлгән, уларҙың 172-һе алдан тауыш биргән.
Комиссия ағзалары махсус кейемдә, участкала барлыҡ һаҡлыҡ саралары ла ҡаралған ине.
Читайте нас: