Ҡыҙыл китапҡа индерелгән яҡлауһыҙ диңгеҙ хайуандарының һыуҙағы спектакле - уларҙы законһыҙ аулау, контрабанда ҙур криминаль бизнестың бер өлөшө икәне кемдең башына инеп сыға?
Сағыу, күңелле тамашаны бөтә донъяла миллионлаған кеше яратып ҡарай, ололарҙы ла, балаларҙы ла берҙәй арбай ошондай сығыштар. Уларҙы күҙәтеү әйтеп бөтөргөһөҙ йылы хистәр, рәхәтлек тойғоһо өҫтәй. Дельфиндар туптар менән уйнай, ҡулсалар аша ырғый, хатта балаларҙы арҡаһында йөҙҙөрә.
Бәғзеләр өсөн был - аҡса эшләү ысулы. Дельфиндар мотлаҡ инә һәм йәшерәк булырға тейеш, сөнки ошондайҙарҙы өйрәтеүе еңелерәк икән. Меҫкендәр ғәҙәти мөхитенән, ғаиләһенән (көтөүенән) айырып алына, тар бассейнда тотҡонлоҡта йәшәргә мәжбүр ителә.
Улар ҙа кеше кеүек, һәр ҡайһыһының үҙ холҡо. Тотҡонлоҡта ошо хәле менән килешә алмағаны үҙ-үҙен үлтерә. Эйе, эйе... Нисек тиһегеҙме? Мәхлүк башын бетон стенаға бәреп, тын алышын туҡтата... (һулышты көйләү һәләтенә эйә икән улар).
Дельфинарийҙа эшләп киткән хеҙмәткәр дельфиндарҙың төндә ысынлап та илауын ишетеүен дә йәшермәй...