Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссияһының киңәйтелгән ултырышында ҡарар ҡабул ителде. Башҡорт геральдикаһы комиссияһы ырыуҙарҙың символикаһын һаҡлау һәм уны халыҡ-ара кимәлгә сығарыу өҫтөндә эшләйәсәк. Һәр бер башҡорт ырыуының үҙенең атрибуттары бар: ағас, ҡош, тамға, оран. Уларҙы берләштереп, халыҡтан килгән инициативаны дауам итеп, гербтарҙы төшөрөп донъя кимәлендәге бер системаға индереү - төп маҡсат.
Башҡорт геральдикаһы комиссияһының ойошторолоуын Рәсәй геральдистар берләшмәһе лә хупланы. Уның идаралығы ағзаһы Кирилл Переходенко кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы видео-бәйләнеш аша сәләмләне. “Башҡорт ырыуҙарының гербтары - бер үк ваҡытта көнбайыш геральдика ҡанундарын да, тарихи башҡорт символикаһын да бергә туплаған проект. Тамғалар менән геральдиканың айырмаһы шунда -геральдика ул ижади эш кенә түгел, ә тарихи ҡалыптарға буйһонған, айырым тәғлимәттәргә нигеҙләнгән оҫталыҡ. Уның ҡағиҙәләре һәм талаптары бар. Шуға күрә, әгәр башҡорт ырыуҙарының гербтары донъя геральдикаһы системаһына инеүен теләйбеҙ икән, уларҙы көнбайыш һәм Рәсәй гербтарының талаптарына яраҡлаштырып эшләргә кәрәк”, - тип белдерҙе.
Шулай уҡ “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының картаһы” проектын киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү ҡаралды. Был картала 2 меңдән ашыу ауыл теркәлгән. Уны төҙөүҙә архив материалдары ҡулланылған, төп сығанаҡ - 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙың ревизия яҙмалары. Башҡорт халҡының таралышын теүәл күрһәткән тарихи карта өҫтөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының профилле комиссияһы байтаҡ эшләне, тип белдерҙе Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин.
Яҡын арала картаның электрон версияһын Бөтә донъя башҡорттарының сайтына урынлаштырыу ниәткә ҡуйылған.