Рәсәйҙә дәүләт ярҙамы менән ипотека программаһы эшләй. 6,5 процент ставкаһы менән 30 йылға тиклем кредит алып торлаҡлы булырға мөмкин. Был төҙөлөш тармағына һәм халыҡҡа ярҙам сараларының береһе, ләкин ул 1 ноябрҙә үк ғәмәлдән сығырға тейеш. Әлеге яңы йорттарға кредиттарҙың 90 проценттан ашыуы программаға тура килә. Ул ғаиләләргә бик кәрәк. Шулай уҡ төҙөлөш тармағына ла булышлыҡ итте.
Льготалы ипотека программаһы көрсөккә ҡаршы уңышлы сараларҙың береһе булды. Был осорҙа 630 миллиард һумға 220 меңдән ашыу кредит бирелгән.
Президент Владимир Путин яңы төҙөлгән йорттарҙа 6,5 процент менән торлаҡ алырға мөмкинлек биргән льготалы программаны оҙайтыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Шулай итеп, Рәсәйҙә льготалы ипотека программаһы 2021 йылдың июленә тиклем оҙайтыла.