Уңыш тырыш, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, еренә еткереп үтәгән, намыҫлы кешегә йышыраҡ йылмая. Был - аксиома. Шулай ҙа артыҡ көс һалмай ғына юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр ҙә бар. Ундайҙарға даланлы, “везучий” тиҙәр. Әйҙәгеҙ әле, түбәндәге цитаталарҙы әйткән миллионер, миллиардер булып танылған ғалимдарҙың, фәйләсуфтарҙың һүҙҙәренә лә иғтибар итәйек.
Үҙегеҙҙе өҫкә тартҡан кешеләр менән генә уратып алығыҙ, донъя былай ҙа аҫҡа тарта торғандар менән тулы.
Өлгәшкәндә туҡтап ҡалһағыҙ, һеҙ бер ҡасан да үҫмәйәсәкһегеҙ.
Тормошоғоҙҙа уңышһыҙлыҡтар, йәрәхәттәр, яңылышлыҡтар булыр. Ғаилә, уҡыу, эш, көнкүреш проблемалары - быларҙың бөтәһе лә һеҙгә ҡаршылыҡ тыуҙырыуы бар. Әммә һеҙҙең эске компасығыҙҙың уғы һәр ваҡыт бер йүнәлеште - маҡсатығыҙҙы - күрһәтеп торорға тейеш.
Һеҙҙе рәнйеткән, битегеҙгә төкөргән һәр кеше янында туҡтаһағыҙ, бара торған ерегеҙгә бер ҡасан да барып етә алмаҫһығыҙ.
Проблемалар артығыҙҙан этергә түгел, ә хыялдарығыҙ алға әйҙәргә тейеш.
Әгәр мөнәсәбәтегеҙҙе үҙгәртмәһәгеҙ, алдығыҙҙағы проблеманы бер ҡасан да еңә алмайһығыҙ.
Беҙ - ғәҙәттәребеҙ ҡоло. Әгәр уларҙы үҙгәртһәк, тормошобоҙ ҙа яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк.
Ҡаршылыҡҡа осрау менән унан ҡасырға ашыҡмағыҙ. Сабыр ғына унан сығыу юлын эҙләгеҙ. Нимә генә булһа ла яҡшылыҡҡа юрағыҙ. Сабырлыҡ - еңеүгә асҡыс.
Теләк теләп ултырып ҡына йыраҡ китә алмаҫһығыҙ, тороғоҙ ҙа ниәтегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн эшләй башлағыҙ.
Беренсенән, бер нәмәне лә сәбәпһеҙ һәм маҡсатһыҙ эшләмәгеҙ. Икенсенән, йәмғиәткә кәрәге булмаған эшкә тотонмағыҙ.
Бәйгелә ҡатнашмай тороп, еңә лә, еңелә лә алмайһығыҙ.
Нимәгә генә тотонһағыҙ ҙа, уны быға тиклем кем дә булһа эшләгән була. Ә һеҙ уны элеккегә ҡарағанда яҡшыраҡ эшләп ҡарағыҙ.