Башҡорт теле һәм Зауыҡлы биләмәләр йылында күптәр ҡала урамдарындағы ойошма, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, сауҙа нөктәләре, дарыуханалар алтаҡталарындағы хаталар төҙәтелер, эстетик биҙәлеше яҡшырыр, тип уйлаған булғандыр. Әммә етешһеҙлектәр бар әле. Улай ғына ла түгел, улар бик күп. Район хакимиәте терминология комиссияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәләүез бүлексәһе менән берлектә ойошторған сираттағы рейды шуны күрһәтте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР Законын боҙоуҙың байтаҡ осрағы асыҡланды.
Билдәле булыуынса, ҡалала көндән-көн магазиндар, сауҙа үҙәктәре арта, яңы ойошмалар барлыҡҡа килә. Улар менән бергә яңы хаталар, етешһеҙлектәр ҙә күбәйә. Комиссия кеше күпләп йөрөгән, ҡаланың үҙәк тип һаналған Смоленск һәм Ленин урамдарындағы магазиндар, дарыуханалар алтаҡталарында хәреф хаталарын да, биҙәлеше буйынса кәмселектәрҙең дә байтаҡ булыуын асыҡланы. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР Закон талаптарына ярашлы, алтаҡталар ике дәүләт телендә яҙылырға тейеш. Был ҡағиҙәне эшҡыуарҙарҙың күбеһе инҡар итеүе билдәләнде. Биҙәлеше буйынса йәнә шуға иғтибар итеү мөһим: вывеска ишектең ике яғына ҡуйылған осраҡта һулда – башҡортса, уңда урыҫса текст яҙылырға тейеш. Өҫлө-аҫлы ҡуйылғанда өҫтәгеһендә башҡорт, аҫта урыҫ телендә биҙәлә. Күп осраҡта уларҙы аралаштырып, бер таҡтала яҙғандар. Алтаҡталарҙың икеһе лә бер төҫтә, бер төрлө ҙурлыҡта, хәрефтәре лә бер тиң булырға тейеш. Бында, әлбиттә, биҙәүсе рәссамдарҙың да, тәржемәселәрҙең дә роле ҙур.
Октябрь урамындағы “Сударушка”, “Малыш”, “Петербург стиле”, “Яблоко”, Ленин урамында “Ғаилә универмагы”, “Пекарня”магазиндарының атамалары тик урыҫса ғына. Сит телдә яҙылған исемле ойошмалар ҙа ҡаланы биҙәмәй: “Sekret”, “Miss”, “Plast”, “SOGO”, “Food House”, “Rado Coffee”. Эш режимы яҙылған алтаҡталарҙы ла тәртипкә килтереү мөһим. “Кейем, тире һәм йөндән тегелгән изделиеларҙы ремонтлау” тип яҙылған вывесканы ла күптән алмаштырыу талап ителә. Ғөмүмән, яңыртыуға, үҙгәртеүгә мохтаж алтаҡталар бик күп. Ленин урамындағы “Максавит” дарыуханаһы, “Люкс” магазинының эш режимы яҙылған таҡталарында орфографик һәм стилистик хаталар бар. Шулай уҡ өлгө итеп ҡуйырҙай магазиндар ҙа етерлек. Был йәһәттән, “Элегант” аяҡ кейеме магазинын, Октябрь урамы, 5 адресы буйынса урынлашҡан “Фармленд” дарыуханаһын миҫалға килтерергә мөмкин. Шулай уҡ элекке “Ҡарлуғас” кафеһы урынында асылған “Пятерочка” супермаркетынан үрнәк алырға була.