Конгэк
+20 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2020, 20:40

Тарҡалған ғаиләләргә бирелмәй

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт үтеү менән һөйөшөп ҡаушҡан йәрҙәр ни өсөндөр айырым юл һайлай - кескәй күңелдәрҙә уңалмаҫ яра ҡала.Фото - zen.yandex.ru

Мөхәббәткә сорналған бәхетле парҙар ҡушылғанда яңы ғаилә тыуыуына бар донъя шатлана кеүек. Росстат мәғлүмәте буйынса, быйыл ғинуарҙан алып сентябргә тиклем Башҡортостанда 14 853 пар өйләнешкән. Шул уҡ ваҡытта 10 315 ғаилә тарҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ваҡыт үтеү менән һөйөшөп ҡаушҡан йәрҙәр ни өсөндөр айырым юл һайлай. Был осраҡта балаларға иң ҡыйынылыр, моғайын, кескәй күңелдәрҙә уңалмаҫ яра ҡала, сабый яҙмышына кире йоғонто яһауы ла бар.
Киләсәктә айырылышҡан парҙарға никахты тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ биреү туҡтатыла. 1926 йылдан башлап ҡағыҙҙа яҙылған барлыҡ гражданлыҡ хәле акттары һанлы форматҡа күсерелә икән. Артабан ҡағыҙ бланкыларҙың ҡайһы бер төрҙәренән бөтөнләй баш тартырға йыйыналар. Ә шулай ҙа сарала тантаналыҡты һаҡлау өсөн никах теркәү тураһында ҡағыҙ таныҡлыҡты тапшырыу дауам итә.
Фото - zen.yandex.ru
Читайте нас: