Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2020, 16:06

31 декабрь эшләйбеҙ, вәт

31 декабрҙе ял итеү тураһында хәбәр сыҡҡас, күптәр план ҡороп өлгөргәндер, эшләгән хужабикәләр ҙә, өҫтәлен ҡарап, үҙен һылап-һыйпап, Яңы йыл табынына ашыҡмай ғына килеп ултырыуҙарын күҙаллағандыр...

31 декабрҙе ял итеү тураһында хәбәр сыҡҡас, күптәр уны хуплап сыҡты, ул көндә эш һөҙөмтәлелеге икеле булыуына икеләнмәйҙәр улар. Ни тиһәң был борондан килгән байрамға беҙҙҙә халыҡ айырым иғтибар бирә, еренә еткереп йолаһын да үтәргә тырыша. Әлбиттә, мөмкинлектәре булғандар йылдың һуңғы көнөндә тайыу әмәлен таба инде ул. Ә ябай хеҙмәткәрҙәр, эшләгән хужабикәләр өҙгөләнеп, эштә лә, ғаиләлә лә - ярым-ярты... айырыуса ҡатын-ҡыҙ йылдың шундай көнөндә ҡупшы, үҙенсәлекле булырға теләй - ә ҡайҙа ул ваҡыт!?
Дәүләт Думаһы 26 ноябрҙә уҙған пленар ултырышта ЛДПР-ҙың 31 декабрҙе ял көнө итергә тәҡдим иткән закон проектын кире ҡаҡты, тип хәбәр итте Башинформ.
Документ уҙған йылдың ноябрендә индерелде. Унда хөкүмәттең ял көндәрен 31 декабрь ял көнө булырлыҡ итеп күсереү мөмкинлеге күҙ уңында тотолғайны. Ул саҡта хөкүмәт тәҡдимде хупламаны, 2019 йылдың 31 декабрен ял көнө итеү һуң ине.
Быйыл октябрҙә Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин ул ҡуйған ҡарарға ярашлы, 2021 йылдың 31 декабре ял була. 2020 йылдың һуңғы көнө - эш көнө.
Читайте нас: